“Мәҙәни ынтылыш” мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижадты үҫтереү фонды (директоры Рәмзиә Хисаметдинова) был йүнәлештә уңышлы эшләй. Күптән түгел икенсе Республика Башлығы гранттары конкурсында композитор Рәмил Ғимраниҙың ижады менән таныштырасаҡ “Шағир данлаған Атайсал” проекты еңеүгә өлгәште (проект етәксеһе Вәсилә Әбделмәнова). Проект иһә мәктәп уҡыусыларын билдәле яҡташыбыҙ - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Рәмил Ғимраниҙың ижады менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала. Проект ярҙамы менән шағир һәм композиторҙың балаларға туған телен һәм әҙәбиәтен, мәҙәниәтен төплө өйрәнергә ярҙам итәсәк әҫәрҙәре тупланып, уҡыусылар өсөн “Тыуған яғым – моңтөйәк” китабы ла нәшер ителгән. Республика Башлығы гранты ярҙамы менән баҫма продукция өсөн стеллаждар, төҫлө принтер, телевизор өсөн кронштейн-стойка, “Smart” телевизоры, видео-презентация күрһәтеү өсөн аудиосистема, шағир-композиторҙың йырҙарын тыңлау һәм башҡарыу өсөн микрофон комплекты алынған. Шулай уҡ проект нигеҙендә Рәмил Мөхәмәтхәй улы менән осрашыуҙар, әҙәби кисәләр, презентация үткәреү планлаштырылған.
Красноусол үҙәк район китапханаһының уҡыу залында билдәле шағир-композитор Рәмил Ғимрани менән осрашыу үтте. Унда район мәктәптәренән һәм Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатынан 40-тан артыҡ уҡыусы ҡатнашты.
Сара барышында уҡыусылар шағир-композитор Р.Ғимрани ижады менән танышты, район мәҙәниәт һарайы артистары башҡарыуында яҡташыбыҙҙың шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны. Шағир менән йәнле аралашыу тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдырҙы, рухи яҡтан байытты. Рәмил Ғимрани фекерҙәре менән уртаҡлашты, шиғырҙарын уҡыны, йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Илһамлы сара барыһының күңеленә хуш килде, йәнле осрашыуҙан һәр кем күңел ҡәнәғәтлеге алып таралышты.