-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь , 09:00

Эшем тиеп янып йәшәгән

22 ноябрҙә Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбендә тәрбиәүи йәһәттән бик тә әһәмиәтле булған матур сара - РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипованың (Ҡалмырҙина) тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте. Сараға бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған мөғәллимәнең балалары, туғандары, район мәғариф бүлеге, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, элекке уҡыусылары, хеҙмәттәштәре һәм бөгөн уның исемен лайыҡлы йөрөткән мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Башта Хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килеүселәр Назафат Хәлил ҡыҙы иҫтәлегенә урынлаштырылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

Эшем тиеп янып йәшәгән
Эшем тиеп янып йәшәгән

Артабан сараны асып, мәктәп директоры Фәймә Зөлҡәрнәйева йыйылыусыларҙы сәләмләп, Назафат Хәлил ҡыҙының тормошо, хеҙмәт юлы, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләп үтте.
Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) тамырҙары менән Башҡортостандың беренсе мөфтөйө Мансур Халиҡов нәҫеленә барып тоташа. Уның атаһы Хәлил (Хәлиулла) Халиҡов – Мансур Халиҡовтың яҡын туғаны. Үтәш ауылында тыуып-үҫеп, башта мулла, һуңынан мөғәллим булған. Ул йылдарҙа бик күп уҡымышлы кешеләр “вәлидовсылар” тип нарыҡланып, репрессияға дусар ителгәндәр. Һөргөнгә ебәрелгән Хәлиулланың да ғүмере йәлләдтәр ҡулынан өҙөлгән. Шуға ла уның ҡатыны, Назафаттың әсәһе, фамилияһын алмаштырып, биш балаһы менән ауылдан-ауылға күсенеп йөрөп, һуғыш башланғанға тиклем үк Ҡауарҙыға килеп төпләнгән була.

Ауыр йылдар уны сыныҡтыра

1942 йылдың февралендә педучилищела уҡып йөрөгән Назафатты, уҡытыусылар етешмәгәнлектән, үҙе белем алған Ҡауарҙы мәктәбенә эшкә саҡыртып ҡайтаралар. 17 йәше лә тулып өлгөрмәгән ҡыҙ ошондай ауыр осорҙа хеҙмәт юлын башлай. Был осор уҡытыусылары төп эштәренән тыш халыҡ араһында була: фронттан килгән хаттарҙы уҡып, уларға яуап яҙыу, һуғыштағылар өсөн посылкалар туп-
лап ебәреү ҙә улар иңендә. Комсомол секретары, хисапсы, бригадир ярҙамсыһы кеүек эштәрҙе лә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар алып бара, мәктәптәге эштәренә лә өлгөрәләр. Назафат та бөтә ошо эштәр уртаһында ҡайнап, ныҡлы рухлы, ҡатҡыл шәхес булып үҫешә. Һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул миҙал менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа балалар менән ижади эшләүгә ҙур мөмкинлектәр асыла. Һәм Назафат Хәлил ҡыҙы башкөллө эшкә сума. Балаларға белем биреүҙән тыш мәктәптә проф-ком рәйесе, башланғыс класс уҡытыусыларының район методик берекмәһенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе, ауыл Советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе кеүек барса эштәрҙе намыҫ менән, еренә еткереп башҡара. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттары һәм техникумдарға инеүселәр тап уның уҡыусылары була.

Хеҙмәтенә күрә хөрмәт

Фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була Назафат Хәлил ҡыҙы: Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары, СССР-ҙың 50 йыллығы миҙалы, “9-сы биш йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярышта еңеүсе”, ”Хеҙмәт ветераны” билдәләре. Мәктәп, РОНО, колхоз, ауыл һәм район Советы, КПСС райкомы, Мәғариф министрлығы биргән Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 11 майындағы Указы менән төпкөл ауыл уҡытыусыһына “РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе Назафат Хәлил ҡыҙының хеҙмәтен Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә таныу, баһалау булып тора.
Назафат Хәлил ҡыҙы Ҡауарҙы ауылы егете, һуғыштан ауыр яраланып, күкрәгенә орден-миҙалдар тағып ҡайтҡан Зиннур Ҡалмырҙин менән ғаилә ҡороп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло улдары Венер – хәрби кеше, юғары белемле, хаҡлы ялдағы авиация подполковнигы, ҡыҙҙары Гөлнура – юғары белемле геолог, хеҙмәт ветераны. Улар икеһе лә ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Кесе улдары Ғәлинур Ҡалмырҙин - физика-математика факультетын тамамлап, уҡытыусы, мәктәп директоры, район мәғариф бүлеге, артабан район хакимиәтенең кадрҙар бүлеге етәксеһе булып эшләне. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеме бирелде.

"Исеменә тап төшөрмәбеҙ!"

- 2019-2020 уҡыу йылында мәктәп коллективы Ҡауарҙы урта мәктәбенә РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова (Ҡалмырҙина) исемен биреү инициативаһы менән сыҡҡайны. Мәғариф бүлеге Һәм район хакимиәте был тәҡдимде хупланы. Һәм 2020 йылдан мәктәбебеҙгә РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипованың исеме бирелде. Ра-йонда беренсе тапҡыр мәктәпкә ябай уҡытыусы исеме бирелеүе үҙе үк оло әһәмиәткә эйә, тип уйлайым һәм беҙ, уҡытыусылар коллективы ла, уҡыусылар ҙа был исемгә тап төшөрмәбеҙ, тип ышаныс менән әйтә алам, - тип тамамланы үҙенең сығышын Фәймә Рәжәп ҡыҙы.
- Бөгөнгө сара, ысынлап та, оло әһәмиәткә эйә. Беренсенән, ул балаларға уҡытыусы һөнәренең бик тә абруйлы, шул уҡ ваҡытта яуаплы булыуын аңларға ярҙам итеп, был һөнәр эйәләренә ихтирам һәм хөрмәт уятһа, икенсе яҡлап, Назафат Хәлил ҡыҙының элекке уҡыусыларына, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә үҙе иҫән саҡта әйтә алмай ҡалған рәхмәт һүҙҙәрен уның балаларына, яҡындарына еткереү мөмкинлеге бирә, - тине мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының район комитеты рәйесе Альберт Насиров. – Ә Назафат Хәлил ҡыҙы, ысынлап та, оло хөрмәткә лайыҡ шәхес булған. Дүрт тиҫтә йыл эшләү осоронда күпме балаға башланғыс белем биреү менән бер рәттән уларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләгән. Методик берекмә етәксеһе булараҡ үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашып, яңы эш башлаған күпме йәш уҡытыусы өсөн кәңәшсе-тәрбиәсе, ысын остаз булған Назафат Хәлил ҡыҙының яҡты рухы уҡыусылары, хеҙмәттәштәре күңелендә мәңге һаҡланасаҡ.

Лайыҡлы алмаш үҫә

Альберт Рәшит улы һүҙен тамамлап, мәктәптең бер төркөм уҡытыусыларына район хакимиәте, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
- Назафат Хәлил ҡыҙының элекке уҡыусылары араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ, күптәре уның эшен дауам итеп, ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған. Һәм уларҙың барыһын да тәүге уҡытыусыларына хас булған һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һәм уны намыҫлы, уңышлы итеп башҡарыу сифаты берләштереп, һәр береһе уңышлы эшләп йөрөй, - тине Флүзә Ҡалмырҙина сараға йыйылыусыларҙы ра-йон башҡорттары ҡоролтайы исеменән сәләмләп һәм балаларҙа белемгә ынтылыш, илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡытыусылар Фәниә Ваһапова, Нәүфилә Аҡкөбәковаға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының, Фәнзилә Мозафарова, Әнисә Сурағолова, Айгөл Иҙрисоваға район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Артабан һүҙ Назафат Хәлил ҡыҙының улы, йәмәғәт эшмәкәре, Ғафури табындары ойошмаһы идараһының почётлы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙинға бирелеп, ул Хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә килеүселәргә Назафат Хәлил ҡыҙының балалары исеменән рәхмәт белдерҙе.
- Бөгөнгө сарала инәйем Назафат Хәлил ҡыҙын ҙурлап иҫкә алыу менән бер рәттән уҡытыусы һөнәрен, шулай уҡ Ҡауарҙы мәктәбен, уның бөгөнгө уҡытыусыларын да данланыҡ, - тине Ғәлинур Зиннур улы. - Үткән йылдар менән бөгөнгөнө берләштергән ике быуын уҡытыусыларына ла бик рәхмәтлебеҙ.
Ошо сара уңайынан уҡытыусылар Әлфиә Хәмзина, Гөлсинә Нафиҡова, Гөлгөнә Абдуллинаға Табын ырыуҙары берләшмәһенең төбәк-ара ойошмаһы етәксеһе Фәнил Ҡоҙаҡаев имзаһы менән Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Ғәлинур Зиннур улы 1-11-се кластарҙа тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән уҡыусыларҙың барыһына ла премия тапшырып, артабан йылдың-йылы башланғыс кластарҙағы уҡыу алдынғыларына Назафат Хәлил ҡыҙы Ҡалмырҙина иҫтәлегенә ошондай премия тапшырыласағын әйтеп үтте.
Хәтер кисәһендә мөғәллимәнең тәүге уҡыусыларының береһе - 87 йәшлек Әхәт Аҡмырҙин, шулай уҡ остаздарының эшен дауам итеп, бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыусылар: Архангел районының Убалар ауылынан Альмира Юламанова, РФ-ның дөйөм белем биреү системаһының Почётлы хеҙмәткәре Миңнисара Зәйнетдинова, уҡытыусы-ветеран Мәүлембирҙе Нәзиров, Райфат Әбелғужин, элекке хеҙмәттәштәре Әнисә Сурағолова менән Гөлшат Вәлиева һәм башҡалар һүҙ алып, матур хәтирәләре менән уртаҡлашты. Гөлшат Акрам ҡыҙы “Башҡорт теле” дәреслеген әҙерләгәнгә бирелгән гонорарының бер өлөшөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала еңеүсе уҡыусыларға премия итеп тапшырыу өсөн мәктәп етәксеһенә бирҙе.
Благовар районынан килгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Назафат Хәлил ҡыҙының бикәсе Гөлфирә Ҡалмырҙина-Әхмәтшинаның сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
– Еңгәм яҡшы уҡытыусы ғына түгел, изге күңелле һәм бала йәнле кеше булды. Уның урыны ожмахта булыуына иманым камил. Мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын, - тине һәм уға арнап яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Йылы хәтирәләр, сығыштар уҡытыусылар коллективының һәм уҡыусыларҙың йыр-моңдары менән аралашып барып, бер тынала үтеп китте һәм ул һәр кемдең күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Кисә һуңынан мәктәп ашханаһында Н.Х.Ғарипованың мәрхүм булыуының 25 йыллығы айҡанлы балалары әҙерләгән Ҡөрьән мәжлесе булды, уны райондың имам-мөхтәсибе Фәнил Басиров алып барҙы.

 

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: