-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь , 09:00

Бәхет һәр кемдең үҙе менән...

Быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы. Ғаилә - һәр кем өсөн ҡәлғә, бәләкәй генә бер донъя ул. Шуға ла быйылғы йыл ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға, үҫтереүгә йүнәлдерелгән бит. Балаларҙы һөйөүгә, наҙға сорнап, уларға аҡыллы кәңәштәр биреп, эшкә өйрәтеп, хәүеф-хафанан ҡурсалап, үрнәк булып тора һәр ғаилә.

Бәхет һәр кемдең үҙе менән...
Бәхет һәр кемдең үҙе менән...

Күршелә йәй көнө йәшеллеккә күмелеп ултырған, ҡупшы ике ҡатлы йортҡа күптәр һоҡланып, бер аҙ көнләшеп ҡарап үтәлер. Гөл-сәскәгә күмелгән, заманса был матур йортта кемдәр йәшәй, тип һорағандар ҙа барҙыр. Таныштырып китәйем: ысынлап та, бик бәхетле ғаилә нигеҙ ҡорған бында, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, уй-теләктәрен уртаҡ итеп, киләсәккә ҡарай яҡты хыялдар менән атлай Гөлназ менән Рауил Ғөбәйҙуллиндар.
Йәштәр 17 йыл элек тормош ҡорған ине. 12 йыл төп йортта - атай-әсәй янында йәшәп, яңы йорттарына күсеүҙәренә лә 5 йыл булып киткән. Йорттоң хужаһы - Рауил, биш улға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған Тәнзилә апай менән Тәлғәт ағайҙың төпсөктәре. Хеҙмәт һөйгән тырыш, егәрле ғаиләлә буй еткергән бишәүһе лә Красноусолда өйҙәр һалып йәшәйҙәр. Ағалары кеүек Рауилдың да бөтә эш ҡулынан килә, йортта күпселек эштәрҙе үҙ ҡулы менән эшләп ҡуйған. Икенсе ҡатҡа күтәрелгән баҫҡысты ла семәрләп, оҫта итеп эшләгән, гараж, мунса, оҫтахананы ла кирбестән заманса, еренә еткереп эшләп ҡуйған. “Үҙеңдең йортоңда эш күп инде ул, эшләһәң, кәмей”, - ти ул.
Рауил урта мәктәпте тамамлап, СПТУ-ла водитель-иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Әрме сафында булып ҡайтҡас, 2007 йылдан шифаханала хеҙмәт юлын башлай. Эшкә тырыш егетте хужалары маҡтап тора.
Уңғандың ҡулы унау, тигән һүҙҙәр Гөлназ тураһында әйтелгән кеүек, тап килеп тора. Гөлназ Красноусолда йәшәгән Вәсилә менән Марат Ҡотлоғужиндарҙың ҡыҙҙары, ғаиләләрендә 3 ҡыҙ, бер ул буй еткергән. Гөлназ урта мәктәпте яҡшы билдәләренә тамамлап, Салауат медицина училищеһына уҡырға керә. Бала саҡтан маҡсатлы булып үҫкән ҡыҙ, училище тамамлап, шифаханала 2007 йылда эш башлай. Тырыш ҡыҙ хеҙмәттәштәре араһында тиҙ үк ихтирам яулай. Ял итеүселәр ҙә яғымлы, алсаҡ ҡыҙҙы үҙ итәләр. “Йылдар уҙған һайын һөнәремде нығыраҡ яратам”, - ти ул. Эшен яратып, балҡып, янып йәшәй Гөлназ. Өйгә ҡайтҡас та йөҙ төрлө эш көтә уны, бигерәк тә үҙе сәсеп, яратып үҫтергән сәскәләре араһында мәж килә ул. Ниндәй генә сәскәләр юҡ бында. Раузаларҙың төрҙәрен һанап бөтөрөрлөк түгел, хризантемаларҙың ниндәй сорты ғына юҡ, гортензия, петуния, тағы әллә күпме мин белмәгән сәскәләр уларҙың баҡсаһын йәмләй, биҙәй.
Ҡыҫҡаһы, өй тирә-яғында сәскәләр батшалығы хөкөм итә. Гөлназ “Сәскә үҫтереүселәр” түңәрәгенә лә теләп йөрөй. Сәскәләр үҫтереү серҙәрен өйрәнәләр, орлоҡтар, үҫентеләр менән алышалар. Еләк-емеш баҡсаларында ла мул уңыш йыйып, варенье, компот, төрлө салаттар ҡышҡылыҡҡа күпләп әҙерләп ҡуйған.
Улар ике ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Оло улдары Динислам 11-се класта белем ала, спорттың күп төрө менән шөғөлләнә. Йәй Волгоградта ярышта ҡатнашып, еңеү яулаған егет спорт мастерлығына кандидат. Ғизам – быйыл 8-се класта уҡый, ағаһы кеүек ул да төрлө спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Бәләкәй Сафия ла ағайҙарынан ҡалышмай, 3-4 йәштән ра-
йон мәҙәниәт һарайында бейеү түңәрәгенә йөрөй, киләһе йыл 1-се класҡа барырға йыйына. Буш ваҡыттарында өй тирәһендә ата-әсәһенә, ер ҡаҙып, һыу һибеп, сүп утап, ҡар көрәп ярҙамлашалар.
Бына шулай Ғаилә йылында, тормош арбаларын бергә тартып, үҙҙәре ярған һуҡмаҡтан атлаған Ғөбәйҙуллиндар ғаиләһе менән таныштыраһым килде. Был ғаиләнең ишеге туғандарына ла, дуҫтарына ла һәр саҡ асыҡ. Уларға киләсәктә лә тормоштарының һәр көнө алтынға тиң, ҡәҙерле, һәр биҙәге ҡыуаныслы булһын тип теләйһе килә.

Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Красноусол ауылы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: