Был йәһәттән районда ярҙам нисек ойошторолған, ниндәй эштәр башҡарыла? “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары Рәмзиә Юлмөхәмәтова һәм Рәмзиә Хисаметдинова менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.
- Рәмзиә Хисмәт ҡыҙы, башта филиалдың эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырып үтмәҫһегеҙме?
- Районда “Ватанды яҡлаусылар” фондының филиалын асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас та район хакимиәте Коммунистик урамындағы бинанан ике бүлмә биреп, уны ремонтлатып, беҙгә тапшырҙы. Артабан инде “Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү” хәйриә фондының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, МХО ветерандарына һәм инвалидтарына һәр яҡлап ярҙам саралары ҡаралған “Ярҙам йәнәшәлә. МХО- ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” проекты менән республика башлығы гранты конкурсында еңеүебеҙ яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү һәм уларға ярҙам итеү мөмкинлеге бирҙе. Проекттың төп маҡсаты — ветерандарға һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә адреслы һәм “бер тәҙрә” режимында тейешле ярҙам күрһәтеү. Әйткәндәй, ошо проект сиктәрендә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының район филиалы йәғни Үҙәк кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Бөгөн яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре менән төрлө осрашыуҙар, саралар, шул иҫәптән консультациялар, тренингтар, лекциялар ошонда үтә.
-Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ярҙам һорап тәү сиратта һеҙгә мөрәжәғәт итәлер?
- Тап шулай. Филиалыбыҙҙың эшмәкәрлегендә махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған йәки яраларынан вафат булған яугирҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү, социаль-көнкүреш, юридик һәм психологик йәһәттән ярҙам итеү, улар менән спорт һәм мәҙәни ял саралары үткәреү төп йүнәлеш булып тора.
Психологик консультациялар, тренингтар ғаиләләргә психоэммоциональ йәһәттән, ә юрист консультацияһы МХО-ла ҡатнашыуға бәйле хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә. Яугирҙарҙың балалары өсөн дә күп төрлө саралар үткәрелә.
Фонд тарафынан МХО ветерандарына, хәрби операция ваҡытында һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына тулы ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа социаль координатор оҙатыуында булған маҡсатлы төркөмдә махсус хәрби операция ветерандары һәм инвалидтары, һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусы хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары иҫәптә тора.
- Ярҙам сараларының ҡайһылары йышыраҡ ҡулланыла?
- Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу ярҙам сараһы эшләй: медицина, психологик, социаль ярҙам, ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм башҡалар. Шуларҙың иң киң ҡулланылғаны – шифахана-курорт дауалауы, йорттарға газ индереү, утын менән тәьмин итеү, һалым түләүҙәре, көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеүгә бәйле мәсьәләләр. Шулай уҡ уҡыусы балаларҙы бушлай туҡландырыу, мәктәпкәсә учреждениеларға,төрлө түңәрәктәргә түләүһеҙ йөрөтөү мәсьәләләрен дә хәл итәбеҙ. Ветерандар һәм инвалидтар шулай уҡ “Ватанды яҡлаусылар” фонды аша республика дауаханаларында реабилитация үтә ала. Дөйөмләштереп әйткәндә, йыл һуҙымында төрлө һорауҙар менән килгән 700-ҙән ашыу кешене ҡабул итеп, уларҙың 1100 һорау- үтенесе теркәлгән. Уларҙың төп өлөшө хәл ителһә, ҡалғандары өйрәнеү, тикшереү өсөн юғарыраҡ даирәләргә йүнәлтелде. Ошонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ҡағылған тағы бер нисә льгота тураһында әйтеп үтке килә. Мәҫәлән, улар утынға түләүгә 100 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Ул бер транспорт сараһына ғына бирелә. Йәнә, МХО-ла ҡатнашыусыларға кредит каникулдары йәғни кредит йәки займ буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатырға мөмкинлек бирә.
Коммуналь хеҙмәттәрҙе ваҡытында түләмәгән осраҡта пеня түләмәй.
- Рәмзиә Шакирйән ҡыҙы, яугирҙар, ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, һәләк булғандарҙың ата-әсәләре менән ниндәй саралар уҙғарыла?
- Махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан һалдаттар менән төрлө осрашыуҙар – район хакимиәте башлығы менән һөйләшеү, мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре, мәҙәниәт йорттарында осрашыуҙар һәм башҡалар үтә. Махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре, ата-әсәләре менән дә әленән-әле төрлө осрашыуҙар, шул иҫәптән психологтар, юристар менән әңгәмәләр ойошторабыҙ. Район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы ҡатнашлығында әле яңыраҡ ҡына сәй табыны артында ике осрашыу үтеп, ветерандар ҙа, һәләк булыусыларҙың ата-әсәләре лә ихлас аралаштылар, үҙҙәрен борсоған күп һорауҙарға төплө аңлатма алдылар.
Бөгөнгө көндә “Изге подписка” хәйриә акцияһы сиктәрендә, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә район гәзиттәренә подписка бүләк итеү бара. Шулай уҡ “Герой әсәһе һәм ҡатыны”, “Һалдатҡа хат”, “Татлы хат” акциялары ойошторолдо. Һәләк булған яугирҙар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса улар уҡыған мәктәптәрҙә мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, “Герой партаһы”, уларға арналған стендтар булдырылды. Батырҙар иҫтәлегенә спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, ата-әсәләре менән төрлө мәҙәни сараларға, концерт- спектаклдәргә йөрөйбөҙ. Күптән түгел генә, мәҫәлән, һәләк булған яугирҙарҙың балалары менән Өфөлә экскурсияла булып ҡайттыҡ. Балалар 2010 йылда Ванкуверҙа үткән ҡышкы Паралимпия уйындарында 4 тапҡыр чемпион булған саңғысы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов менән осрашты, рәхәтләнеп Аква-паркта һыу инде. Шулай уҡ МХО ветерандарын тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу маҡсатында уларҙы төрлө сараларға ылыҡтырабыҙ.
- Билдәле булыуынса 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йылы буласаҡ.
- Эйе, уға ҙерлек эштәре башланды ла инде. Һәләк булыусыларҙың ата-әсәләре һәм МХО ветерандары менән осрашыуҙар ваҡытында алдағы йылға яҡынса саралар планы күҙалланды. Шуныһы һөйөнөслө, был тәңгәлдә ата-әсәләр ҙә, ветерандар ҙа бик әүҙемдәр һәм эшлекле тәҡдимдәр индерәләр. Мәҫәлән,уларҙың район үҙәгендә һәләк булыусылар иҫтәлегенә Хәтер баҡсаһы булдырып, унда һәйкәл, ағастар ултыртырға, тигән тәҡдимен район етәксеһе лә хупланы. Республика иҫтәлекле урындарына экскурсиялар, төрлө тарафтарға сәйәхәттәр ойоштороу буйынса ла тәҡдимдәр әйтелде. Бөгөнгө көндә әйтелгән тәҡдимдәр өйрәнелә, саралар планы эшләнә. Дөйөмләштереп әйткәндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр яугир, уларҙың ғаилә ағзалары, ветерандар, һәләк булғандарҙың ата-әсәләре, ғаиләләре, балалары иғтибарһыҙ ҡалмай һәм ҡалмаясаҡ
- Төплө һәм фәһемле әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.