-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь , 15:55

Башҡорт бал ҡортон һаҡлауға иғтибар бик кәрәк һәм урынлы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 3 декабрҙә булып үткән Тура бәйләнешендә Башҡортостандың күрке, ғорурлығы булған башҡорт балын етештереүгә, урындағы тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлауға ҡағылышлы һорау бирелгәйне. Төбәк Башлығы был йәһәттән республика властарының урындағы бал ҡорттарын һаҡлауға йүнәлтелгән күп төрлө саралар күреүе хаҡында белдерҙе.

Башҡорт бал ҡортон һаҡлауға иғтибар бик кәрәк һәм урынлы
Башҡорт бал ҡортон һаҡлауға иғтибар бик кәрәк һәм урынлы

- Эйе, был бик етди проблема. Беҙгә көньяҡ төбәктәрҙән бал ҡорто пакеттары килтерәләр ҙә, бал йыйҙырып, башҡорт балы тип һаталар. Ә унда антибиотиктар ҙа ҡулланылыуы ихтимал, ә был беҙҙең үҙ продукциябыҙ йөҙөнә кире йоғонто яһай. Бында беҙҙең ветеринария хеҙмәттәренә эш етерлек. Шуға төрлө айлыҡтар, рейдтар үткәрелеп тора, - тине Радий Фәрит улы.

Уның һүҙен ҡеүәтләп, БР ауыл хужалығы министры Илдус Фәзрахманов былай тине:

- Умартасыларыбыҙ һорауы буйынса быйыл беренсе тапҡыр беҙҙең территорияға бал ҡорттарын легаль булмаған юл менән индереүҙе тыйыу тураһында Хөкүмәт ҡарары ҡабул ителде. Ул “Бал ҡорто” операцияһы тип аталды һәм тәүләп 22 майҙан 21 июнгә тиклем уҙғарылды. Быйыл беҙ ярайһы күп күләмдә законһыҙ бал ҡорто пакеттарын, тимәк, ауырыу һәм вируслы ҡорттар индереүҙе туҡтата алдыҡ, был практиканы артабан да дауам итергә тәҡдим итәбеҙ. Бындай законһыҙлыҡ менән көрәшергә кәрәк, Радий Фәрит улы.

Ғафури районы – республикабыҙҙа иң сифатлы, тәмле йүкә балы етештереүсе төбәктәрҙең береһе. Урындағы бал ҡорттары популяцияһын һаҡлау проблемаһы беҙҙә лә ярайһы киҫкен тора. Район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов был йәһәттән үҙҙәре яғынан нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне.

- Тура бәйләнештә Радий Фәрит улының башҡорт бал ҡортон һаҡлау кәрәклегенә иғтибар йүнәлтеүе бик кәрәк һәм урынлы тип иҫәпләйем. Үҙебеҙгә килгәндә, бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә, бал ҡорто сирҙәрен булдырмауға йүнәлтелгән барлыҡ эшебеҙ “Ҡортсолоҡ тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына таянып алып барыла. Атап әйткәндә, ситтән күпләп бал ҡорттары алып ҡайтырға теләүселәр, быға рөхсәт һорап,иң беренсе беҙгә килеп ғариза яҙа. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, пакеттар һатып алынасаҡ төбәк бал ҡорттарының инвазион һәм инфекцион сирҙәр йәһәтенән имен икәнен раҫлауҙы һорап Россельхознадзорға, һәм Ветеринария буйынса БР Идаралығына хат ебәрәбеҙ. Ыңғай яуап алынып, рөхсәт бирелгәс,  улар 30 көн буйы карантинда тотола.  Артабан һатып алыусы бал ҡорттарын күсереп йөрөтөү маршрутын Россельхознадзор менән килешә. Беҙҙең биләмәгә килеп еткәс, пакеттар һатып алыусы уларҙы 30 көн буйы карантин майҙансығында тоторға тейеш. Майҙансыҡ өсөн ул 5 километр радиуста бер ниндәй бал ҡорттары аҫралмаған урында ер алып, уны йыһазларға тейеш. Күреүегеҙсә, ситтән бал ҡорттары алып ҡайтыу тыйылмай, ләкин ул легаль булырға, йәғни барлыҡ талаптарҙы үтәп кенә башҡарылырға тейеш, ә закон талаптары ябай түгел.

Бал ҡорто күстәрен күсереп йөрөтөүселәргә лә билдәле талаптар ҡуйыла. Улар иң беренсе бараһы урындағы ауыл биләмәһе хакимиәтенән - рөхсәт, урман фонды ере икән – уларҙан урын алыуҙы хәстәрләргә, шунан һуң ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, барлыҡ ветеринария-оҙатыу документтарын алырға тейеш.

Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәргә дөйөм талаптар шундай: һәр умарталыҡҡа паспорт булдырылырға, улар ИФГС-ҡа иҫәпкә ҡуйылып, һәр умарталыҡтың танытма-тамғаһы булырға тейеш.

Талаптар үтәлеү-үтәлмәүен асыҡлау маҡсатында йәй көнө тикшереүҙәргә сығабыҙ, был эште полиция хеҙмәткәрҙәре менән дә башҡарабыҙ. Башҡортостан Республикаһы дәүләт Ветеринария хеҙмәтенең кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған бал ҡорттарының сирҙәрен асыҡлау буйынса мобиль күсмә диагностик лабораторияһы (һүрәттә) графикка ярашлы районға килеп тикшереүҙәр уҙғарып тора, - тине Ф.Һ.Зәйнетдинов. – Районда булдырылған Умартасылар йәмғиәте менән килешеп эшләйбеҙ.

Башҡорт бал ҡортон һаҡлауға иғтибар бик кәрәк һәм урынлы
Башҡорт бал ҡортон һаҡлауға иғтибар бик кәрәк һәм урынлы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: