Иртә менән Баҡраҡ ауылынан, Рауил менән Гүзәл Шәйбәковтарҙың еңел ҡулынан башлап ебәрҙек был эште. Улар ихлас яҙылды “Табын”ға. Ҡаршыларында йәшәүсе, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе Ғайса Күскилдин да: “Гәзитте алдырып, уҡып торабыҙ, яңылыҡтарҙы белергә кәрәк бит, яҙылабыҙ инде ул”, - тип ҡаршыланы беҙҙе. Ә Фирҙәүсә Юлдашева элегерәк бүләк тә отҡанын иҫкә төшөрөп, гәзитте һәр саҡ алдырыуын һөйләне. Бынан 10 йыл элек ҡаланан ауылға йәшәргә ҡайтҡан Рафиға Дәүләтшина һаулыҡ менән рухи аҙыҡты бер ниндәй аҡсаға алмаштырып булмағанын әйтеп, гәзиткә яҙылып та ҡуйҙы. Шунда уҡ уға ҡунаҡҡа килгән Рәйфә Шәрипова, Фәриҙә Резбаева ла теләп яҙылдылар. Рәйфә апай хеҙмәт юлын һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Ул да “Табын” менән “Йәшлек”те һәр саҡ алдырып, яратып уҡыуын әйтте. Ә Фәриҙә апай сәйетбабаларҙың 4 декабрҙә ауыл клубына концерт менән килеүҙәрен, ул шул тиклем матур булыуын һөйләп, шатлыҡтары менән дә уртаҡлашты. Нурия Ҡолгилдинаның өйөнә Роза апай менән бергә барып керҙек. Ул беҙ барғанда онотолоп, Динис Бүләковтың китабын уҡып ултыра ине. Ишектән инеү менән иң яҡын туғандары кеүек күреп ҡолас йәйеп ҡаршы алды ул беҙҙе. Шунда уҡ сәйен дә ҡуйып ебәрҙе. Сәй артында, Нурия апайҙың ошо ауылға Яҡтыкүлдән Фәнил Әбделғәли улына кәләш булып төшөп, бында хәҙер 70 йыл ғүмер кисереп, шуның 49 йылын ҡәйнә менән йәшәүен белдек. Ул электән уҡырға яратҡан, әммә уҡыу йорттарында уҡыу насип булмаған, алдынғылар рәтендә һауынсы булып эшләп, исем-фамилияһы гәзит битенән төшмәгән. “Бына хәҙер ҡайҙа йәшәгәнде беләһегеҙ, кереп йөрөгөҙ”, - тип оҙатып ҡалды алсаҡ апайыбыҙ өйгә килеп гәзиткә яҙҙырғаныбыҙ өсөн рәхмәт әйтеп. Магазин һатыусыһы ла “Табын”ға ихлас яҙылды.
Эйе, рухи аҙыҡ ҙур көс булыуын аңлауҙарына, матбуғат баҫмаларына етди ҡарауҙарына, Баҡраҡта матур күңелле кешеләр йәшәүенә беҙ сикһеҙ шатландыҡ. Ауыл халҡы менән аралашып, уларҙың йәшәйеше, булмышы менән дә яҡындан таныштыҡ. Бында халыҡ тырышып донъя көтә, уларҙың уй-ниәттәре яҡты булыуы һоҡландырҙы. Баҡраҡ ауылында мобиль почта хеҙмәткәре Зөлфиә Рәхимова матбуғат баҫмаларын тарата. Ҡыҫҡаһы, гәзиткә яҙылыусыларға милли баҫмабыҙ ваҡытында килеп торһон, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, донъялар тыныс булһын.
Артабан Абдулла, Еҙем-Ҡаран ауылдарында булып, бер нисә йортто “Табын”лы иттек. Ошо эштә ярҙам ҡулы һуҙған ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтоваға, беҙҙең менән бергә йөрөгән ауыл хакимиәте белгесе Светлана Мөлөковаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.