+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2024, 05:25

“Zабота” – ул хәстәрлек

“Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Автономлы коммерциялы булмаған ойошмаһында быйыл 1 апрелдән реабилитациялау өсөн техник сараларҙы биреп тороу пункты эшләй. Ул Президент гранттары фондының хупла-уын алған проектты бойомға ашырыу сиктәрендә асылғайны.

“Zабота” – ул хәстәрлек“Zабота” – ул хәстәрлек
“Zабота” – ул хәстәрлек

Пункттың маҡсаты – Ғафури районында йәшәүсе, реабилитациялауҙың техник сараларына (ТСР) мохтаж айырым категория кешеләрен билдәле бер ваҡытҡа ошо техник саралар менән бушлай тәьмин итеү. Прокат пункты хеҙмәттәре бушлай нигеҙҙә күрһәтелә.
Техник саралар алты айға тиклем ваҡытҡа ҡулланыуға биреп торола. Уны алып тороусы күберәк ваҡытҡа сараға мохтаж икән, килешеүҙе оҙайтырға мөмкин.
Кемдәр реабилитациялауҙың техник сараларын ваҡытлыса алып тора ала? Улар:
- реабилитациялауҙың ғәмәлдәге индивидуаль программаһы нигеҙендә ТСР-ға мохтаж инвалид тип танылған һәм уны алыуға сиратта торған кешеләр;
- инвалид тип танылған, үҙендәге техник сараһы төҙөк булмайынса, ағымдағы ремонтҡа йәки техник хеҙмәтләндереүгә бирелгән кешеләр, үҙенең техник сараһы төҙәтелеп алып ҡайтҡанға тиклем ваҡытҡа;
- инвалид тип танылмаған, әммә һаулыҡ торошо буйынса реабилитациялауҙың техник сараһына мохтаж граждандар;
- техник сара һорап прокат пунктына мөрәжәғәт иткән башҡа кешеләр (граждандарҙың мәнфәғәтендә килеүселәр – ата-әсәһе, туғандары, опекундары, законлы вәкилдәре, социаль хеҙмәткәрҙәр һ.б.).
Беҙҙең учреждениела социаль хеҙмәтләндереүҙә булыусы граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары прокат пунктынан техник сараларҙы сиратһыҙ алырға хоҡуҡлы.
Асылған ваҡытынан алып прокат пунк-тына 70-тән ашыу граждан мөрәжәғәт итте, улар барыһы ла төрлө сәбәп буйынса техник сараларға мохтажлыҡ кисергән: үҙенә реабилитациялауҙың техник сараһы килеп еткәнен көтөүсе инвалидтар, һөйәге һынып йәки бүтән төрлө итеп эшкә һәләтлелеген ваҡытлыса юғалтҡан кешеләр, реабилитациялауҙың өҫтәмә (инвалидты реабилитациялау программаһында ҡаралмаған) техник сара кәрәк булған инвалидтар, шулай уҡ һуғышсан хәрәкәттәр барышында яраланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар.
Пункттың эше хаҡында уның хеҙмәттәренән файҙаланыусылар бына ниндәй фекерҙә:
“Минең ирем махсус хәрби операция-ла ҡатнашыусы, унан аяғы яраланып ҡайтты. Дауаханаға һәм шифаханаға барырға инвалид креслоһы кәрәк булды, уны беҙ “Zабота” прокат пунк-тында бер ҡыйынлыҡһыҙ ала алдыҡ. Ярҙамығыҙ, изгелегегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Үҙебеҙҙең районда шундай прокат пункты эшләүен белеп ныҡ шатландыҡ, әллә ҡайҙарға барып йөрөргә лә кәрәкмәй. “Изгелек шишмәһе” ойошмаһы етәксеһенә, прокат пункты хеҙмәткәренә ҙур рәхмәт!” – тип яҙа Табын ауылынан Фирдәүсә И.
“Яңыраҡ йығылып, аяғымды һындырҙым. Тиҙ арала реабилитация сараһы кәрәк ине, шуға прокат пунк-тына мөрәжәғәт итергә тура килде. Уны ярты йылға бушлай алып булғанын белгәс, йәһәт кенә барып алдыҡ. Нисек ҡулланырға, ҡағиҙәләрен аңлатып бирҙеләр. Прокат пункты етәкселегенә ҙур рәхмәт. Реабилитация өсөн бик кәрәкле техник саралары бар. Барыһына ла бик ҙур рәхмәт!” – тип рәхмәт һүҙҙәре еткерә Красноусолдан Рәмзиә А.

“Zабота” – ул хәстәрлек
“Zабота” – ул хәстәрлек
“Zабота” – ул хәстәрлек
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас