+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2024, 04:00

Изгелек ҡылып йәшәгән шәхес

Баҡраҡ ауылында тыуып үҫкән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Рәйес Әхмәтша улы Күскилдинде районыбыҙҙа күптәр күреп тә, ишетеп тә белә. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата ғәмәлгә ашырылған "Ғафури районының 100 шәхесе" проектында ул лайыҡлы урын биләне. Республикабыҙҙың газ тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән абруйлы ир-уҙаман ошо көндәрҙә күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Изгелек ҡылып йәшәгән шәхесИзгелек ҡылып йәшәгән шәхес
Изгелек ҡылып йәшәгән шәхес

Баҡраҡ һәм Еҙем-Ҡаран мәктәптәрендә белем алғас, Рәйес Өфөләге 11-се техник училищела нефтсе-химик һөнәренә эйә була. Йәш белгес, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып эшләп йөрөгән сағында, әрме хеҙмәтенә саҡырыу ала. Армиянан ҡайтҡас, Рәйес Күскилдин хеҙмәт юлын оператор вазифаһында заводта дауам итә. Әммә үҙ һөнәре буйынса төплөрәк ғилем туплау теләге уны Өфө нефть институтына алып килә. 1976–1982 йылдарҙа торба үткәргестәр факультетында тырышып уҡып, инженер дипломы алыуға ирешә. Юғары белемгә эйә булған егетте йүнәлтмә буйынса "Башгаз" производство берекмәһенең "Стәрлетамаҡгаз" идаралығына эшкә ебәрәләр. Бында йәш мастер үҙен эш нескәлектәрен яҡшы белгән оҫта ойоштороусы итеп таныта.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәге "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа ҙур мохтажлыҡ кисерә. Был яҡта эште яйға һалыу өсөн булдыҡлы етәксе кәрәк була. Тик кемде ебәрергә унда, тип баш вата "Башгаз" етәкселеге. Бер кәңәшмә ваҡытында "Стәрлетамаҡгаз" идаралығы начальнигы Николай Крюков үҙенең ҡул аҫтында уңышлы эшләп йөрөгән Рәйес Күскилдиндең кандидатураһын тәҡдим итә.
Етәкселектең ышанысын аҡлай Ғафури егете. "Дыуангаз" идаралығының баш инженеры булып эшләгән 1984–1994 йылдар уның өсөн төндәр еткәнсе алһыҙ-ялһыҙ тир түккән осор була. Әллә күпме ауылға газ торбалары һуҙып, өйҙәргә йылы биреү һәм бихисап рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – был ваҡиғалар инде тарихта ҡалһа ла, улар Рәйес Әхмәтша улының күңелен бөгөн дә йылытып тора.
Үҙен намыҫлы, тура һүҙле, талапсан һәм ғәҙел етәксе итеп танытҡан Рәйес Әхмәтша улын республика етәкселеге 1994 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт контроль комитетының Мәсәғүттәге төбәк идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләй. Һигеҙ районды айҡап-байҡап сыға ҡаты ҡуллы яңы етәксе, ойошма һәм учреждениеларҙың финанс торошон ентекле өйрәнеп, әкренләп ҡаҙна аҡсаһы менән мутлашырға күнеккән бәғзе етәкселәрҙең нәфсеһенә кәртә ҡуя.
"Дыуангаз" идаралығын барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла алдынғы ойош-ма итеүгә ирешкән Р.Ә.Күскилдин 1996 йылда инде "Газ-Сервис" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы булған "Үҙәкгаз" предприятиеһының баш инженеры вазифаһына үрләтелә.
Ир аҫылы эштә беленә, тип нәҡ Рәйес Әхмәтша улы кеүек уңған, ныҡышмал, инициативалы кешеләргә ҡарата әйтәләр ҙә инде. 1997 йылдан 2020 йылға тиклем "Газ-Сервис" Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары - баш инженеры булып эшләп, Рәйес Әхмәтша улы республикала оло абруй һәм хөрмәт ҡаҙана. Ул юғары вазифала эшләгән йылдар республикала газ үткәреү эше бик йылдам алып барылған дәүер була. Заман технологияларына таянып, "Газ-Сервис" Асыҡ акционерҙар йәмғиәте, республиканың күпселек ауылдарын газ селтәре менән солғап алып, Рәсәйҙә иң алдынғы предприятиеларҙың береһенә әүерелә.
Юлайҡан шуны ла әйтеп үтеү фарыздыр: Башҡортостанда алып барылған социаль сәйәсәттең мөһим йүнәлеше булған газ үткәреү мәсьәләһе ул дәүерҙәге республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимовтың ныҡлы иғтибар үҙәгендә була. Ул ошо яуаплы эш менән шөғөлләнгән төп кешене – Рәйес Әхмәтша улын шәхсән белә, баш инженерҙы башлы ла, егәрле лә булғаны өсөн ныҡ ихтирам итә.
2008 йылда Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайланған Рәйес Күскилдин һайлаусыларының наказдарын үтәүгә бик яуаплы ҡарай, уларҙың бер мөрәжәғәтен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай.
Төп бурысы һәм йәмәғәт эштәре менән булған арала Рәйес Әхмәтша улы газ хужалығы эшмәкәрлеген камиллаштырыу юлдарына, яңы технологиялар ҡулланыу ысулдарына арналған ғилми хеҙмәттәр яҙырға ла ваҡыт таба. Бай эш тәжрибәһе, күҙәтеүҙәр, һығымталар һәм тәҡдимдәр уның кандидатлыҡ һәм артабан докторлыҡ диссертацияларының нигеҙ ташын тәшкил итә. Асылда фәнни асыштарҙың тармаҡ эшен яҡшыртыуға һәм камиллаштырыуға булышлыҡ итеүе бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән үҙ эшенең оҫтаһы, данлыҡлы инженер Р.Ә.Күскилдин – республикабыҙҙың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең газ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән ғалим-практик, тип әйтергә мөмкин.
Шәхестең ниндәй кеше икәнлегенә уның төп хеҙмәт бурыстарына булған ҡарашына ғына түгел, ә тыуып үҫкән яғына мөнәсәбәтенә ҡарап та баһа бирергә мөмкин. Тураһын әйтергә кәрәк: Рәйес Әхмәтша улынан ауылдаштары уңды, бик ныҡ уңды! Ул Баҡраҡҡа үткән бы-
уат аҙаҡтарында уҡ газ торбалары һуҙып, районыбыҙҙа иң беренселәрҙән булып, ауылдаштарын "зәңгәр яғыулыҡ" менән һөйөндөрҙө. Ошонан да ҙурыраҡ шатлыҡ бармы ни ауыл кешеһенә?!
Оло йөрәкле ил ағаһы кендек ҡаны тамған ерҙе артабанғы йылдарҙа ла ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Иҫкереп бөткән ауыл клубын тергеҙеп, сынъяһау итеп ҡуйыу һәм уны музыка аппаратураһы, бильярд, башҡа кәрәк-яраҡ менән йыһазландырыу, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә һәйкәл эшләтеү, күперҙәр төҙөтөү, ауыл зыяратын кәртәләтеү, даими рәүештә төрлө байрамдар ойоштороу, Еҙем-Ҡаран урта мәктәбен төҙөкләндереү – барлыҡ ошо һәм башҡа сараларҙың инициаторы ла, төп бағыусыһы ла Р.Ә.Күскилдин.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр бит. Районыбыҙҙың башҡа ауылдарына ла газ үткәреүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәткән, бер нисә тиҫтә йыл буйы тыуған ауылын үҙ хәстәренән ташламаған Рәйес Әхмәтша улын яҡташтары 2013 йылда "Ғафури районының Почётлы гражданы" тигән мәртәбәле исем биреп ҙурланы.
Ғаиләһенән дә уңды Рәйес ағай. Хәләл ефете Хәлиҙә Камил ҡыҙы менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙың өсөһө лә юғары белем алып, хәҙерге көндә үҙ һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй. Олатай хисен татып, ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләүгә өлөш индергән абруйлы шәхес, хаҡлы ялдамын инде, тип өйҙә ҡул ҡаушырып ултырмай. Ул хәҙерге көндә лә яратҡан эшенән арына алмай, "Башгаз" йәмғиәтенең баш инженеры булараҡ, Башҡортостан халҡына йылылыҡ өләшеүен һәм яҡташтарына изгелек ҡылыуын да-уам итә.
Республикабыҙҙың абруйлы хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең Почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ғафури районының маҡтаулы гражданы, меценат Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин үҙенең күркәм юбилейын бына шундай ҙур хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм тос уңыштар менән ҡаршылай. Тыуған ра-йоны һәм ауылдаштары өсөн баһалап бөткөһөҙ изге эштәр башҡарып, "Атайсал" проектын әүҙем бойомға ашырған, тотош республикабыҙҙа оло ихтирам ҡаҙанған абруйлы етәксегә, шул уҡ ваҡытта үтә лә баҫалҡы, кешелекле, юғары мәҙәниәтле шәхескә яҡташтары үҙ күңелендә бары тик оло рәхмәт тойғоһо һаҡлай.

Н.БУЛАТОВ.
Өфө ҡалаһы.

Изгелек ҡылып йәшәгән шәхес
Изгелек ҡылып йәшәгән шәхес
Изгелек ҡылып йәшәгән шәхес
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас