Айнур Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙының берҙән-бер улы була. Мәктәпте тамамлап, Красноусолдағы һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштергәс, тыуған ил алдындағы бурысын өлгөлө итеп үтәп ҡайта. Артабан инде вахта ысулы менән Алыҫ Себер тарафтарында эшләй.
Илебеҙ именлегенә хәүеф яналып, өлөшләтә хәрби мобилизация башланғас, иң беренселәр сафында махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. 2023 йылдың 12 октябрендә хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Бергә хеҙмәт иткән иптәштәренең һөйләүҙәренсә, Айнур ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу яугир, ышаныслы һәм тоғро яуҙаш була. Нацистарға ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы Батырлыҡ өсөн, Суворов һәм Оборона министрлығының “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн” миҙалдары менән билдәләнә. Аяуһыҙ алышта һәләк булғандан һуң Рәсәй Президенты В.В.Путиндың Указы менән Батырлыҡ ордены менән наградлана.
- Айнур бик тә ипле, тыйнаҡ, иманлы егет ине. Диндә булды. Себерҙә эшләп йөрөгән сағында ауылдашыбыҙ Рәшит хәҙрәт менән бергәләп мәсет төҙөлөшөн башланылар, - тип һөйләй улы хаҡында Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы. – Махсус операцияла позывнойы ла “Мулла” ине. Бер окопта ятып, бер туҫтаҡтан ашаған яуҙаштары уны һис онотмай, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡандарында үҙебеҙҙең Мәндемдән, Ауырғазы районынан, хатта Татарстандан, Нуриман районынан булған егеттәр килеп, күрешеп, хәлебеҙҙе белешеп китәләр. Командиры Ҡ.Азат та әленән-әле шылтыратып тора.
Үҙ сиратында Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы ла улының алғы һыҙыҡтағы хеҙмәттәштәре менән даими бәйләнеш тота, уларға беренсе сиратта кәрәк булған әйберҙәрҙе туплап, посылкалар оҙата. Айнурҙың хеҙмәттәштәре менән шулай бер аралашҡанда егеттәрҙең “дронға ҡаршы мылтыҡ булһа, бәреп төшөрөргә булыр ине,” тигәндәрен ишетеү менән күп уйлап тормай әсә, 352 мең һумлыҡ ошондай мылтыҡ һатып алып, Айнурҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан окопташы, Ауырғазы районы егете Әлфир аша биреп ебәргән. Әле бына күптән түгел генә гуманитар конвой менән термобудкалы “Газель” машинаһы оҙатҡан. Яңы йыл алдынан юлға сығасаҡ гумконвой аша һунар мылтығы ебәрергә йыйына Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы.
- Айнур улымды хәҙер кире ҡайтарып булмай, шуның өсөн башҡа әсәйҙәр улдарын юғалтмаһын, минең ярҙамым яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлаһын, тим. Уларға сираттағы ярҙамды ебәреп, “беҙгә килеп етте, рәхмәт, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ”, - тигән хәбәр алһам, нисектер күңелем тынысланып, Айнурҙың үҙенә ярҙам иткәндәй булам. Окопташтарына ярҙам итеүемә улымдың да рухы шатланалыр, күрәһең, - ти ул.
Фронттағыларға ярҙам ойош-
тороу менән бер рәттән ауылда Айнур Ғәбделәхәт улының иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән дә әһәмиәтле эш алып бара ул. Айнур ҡатнашлығында төҙөлгән мәсеткә уның исеме бирелеп, таҡтаташ ҡуйылған. Һалҡындар башланғанға тик-лем өмә ойоштороп, мәсеттең ихатаһын евроштакетник менән уратып алып, ҡапҡа ҡуйғандар.
- Ауылдаштарға бик рәхмәтлебеҙ, өмәлә әүҙем ҡатнашып, бер көн эсендә эште теүәлләнек, - ти Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы.
Төкөтмә эшләп, мәсетте электр менән йылытыу системаһы урынлаштырыу хаҡында ла һүҙ алып бара бөгөн Айнурҙың яҡындары. Мәсетте рәсмиләштереү йәһәтенән дә күп йөрөргә тура киләсәк әле уға. Хәйер, был йәһәттән артыҡ борсолмай ул, ил именлеген һаҡлап һәләк булған яугир иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатындағы эштә район етәкселәре лә, те-йешле ойошмалар ҙа ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, моғайын, тип ныҡлы ышана. Төҙөлөш материалдарына сығымдарҙың төп өлөшөн Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы үҙенә алған.
Берҙән-бер улын юғалтыу ҡайғыһын бауырына баҫып, илебеҙ именлеге өсөн алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы көрәшкән яугирҙарға ярҙам итеү менән бер рәттән “Айнур” мәсетен төҙөкләндереүҙе үҙмаҡсат итеп алған сабыр, оло йөрәкле Тәнзилә Ғәйсәр ҡыҙы Йәнешеваға һоҡланмау мөмкин түгел. Уға сабырлыҡ һәм ныҡлыҡ, изге эштәрендә уңыштар ғына теләргә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова.