+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2024, 06:50

Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы

3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн байрам сараһы үтте.

Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамыИзгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы
Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы

Балалар ижады үҙәге коллективы кескәй ҡунаҡтар өсөн әкиәт персонаждары менән театрлаштырылған тамаша – “Суртан әмере буйынса” тигән әкиәт әҙерләгән. Сара сиктәрендә фойела мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, унда балалар теләп ижад менән шөғөлләнде. Сәй табыны әҙерләнеп, балалар тәмлекәстәр менән сәй эсте. Артабан сара тамаша залында дауам итеп, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы сарала ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

Алып барыусы Елена Рябова сара ҡунағы: МХО-нан демобилизацияланған хәрби хәрәкәттәр ветераны Илья Макаровҡа һүҙ биреп, ул МХО-ла нацистарға ҡаршы ҡыйыу алышыуы, хәрби бурысын үтәгәндә бер аяғын юғалтыуы тураһында бәйән итте,  үҫмерҙәргә көслө һәм маҡсатҡа ынтылыусан булырға, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, үҙеңә һәм үҙ көсөңә ышаныу мөһим булыу теләген еткерҙе. Был көндө көслө рухлы кешеләр байтаҡ ине, һәр ҡайһыһы сәхнәгә күтәрелеп, үҙ һәләтен күрһәтте. “Өмөт нуры” Инвалидтарға ярҙам фонды тәрбиәләнеүселәре тамашасылар өсөн изгелек тураһында йыр әҙерләгән. Тағы ла бер йырҙы барыһына ла таныш һәм тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы Рәзимә Хәкимова бүләк итте. Ул да сәләмәтлеге ҡаҡшауы сәбәпле көн һайын ауырлыҡтар менән көрәшергә мәжбүр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ихлас, асыҡ һәм изге күңелле кеше булып ҡала. Родина ауылынан Резеда Насирова балалары Самира һәм Илназ менән бергә улар уҙып барған һәм киләһе йылдар символы - Аждаһа һәм Йылан (костюмдарҙы әҙерләп кейҙергән)  менән таныштырҙы һәм хатта уларҙы “дуҫлаштыра” алды. Табын коррекция мәктәп-интернатында бик күп һәләтле балалар уҡый. Уның тәрбиәләнеүселәре призлы урындар яулай һәм төрлө, шул иҫәптән иң юғары - бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеүсе була. Сарала ҡатнашыусы бер төркөм малайҙар йыр башҡарһа, Айнур Богданов ҙур оҫталыҡ менән шиғыр һөйләне.

Байрамды “Тирмәкәй” һәм “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, “Эксклюзив”  балалар бейеү коллективының сығыштары биҙәне. Байрам концерты тамамланғас, Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылын ябыу тантанаһы үтте. Елена Рябова сәхнәгә Доброведушка бабайҙы (Сергей Тимофеев) саҡырҙы, ул балаларға һәм өлкәндәргә тормошта изгелек һәм дуҫлыҡтың ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне һәм барыһын да бер-береһенә иғтибарлы, изге күңелле булырға, был донъяны үҙҙәренең йылмайыуҙары менән биҙәргә саҡырҙы. Балаларға ыңғай һәм онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк иткән был сара ысын мәғәнәһендә изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы булды.

Индира ИШКИНА.

Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы
Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы
Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы
Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы
Изгелек һәм мәрхәмәтлек байрамы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас