+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2024, 05:16

50 йыл бергә!

Район ЗАГС бүлегендә тантаналы шарттарҙа бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын - алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙары тәбрикләнде. Был сараға бәхетлеләр – Мораҡ ауылынан Усмановтар һәм Табын ауылынан Степаненколар саҡырылған.

ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина ғаилә юбилярҙарын был мөһим һәм иҫтәлекле көндәре менән тәбрикләп, БР Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Тантана барышында һәр ғаилә менән айырым таныштырып үтте, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Альфира Әнүәр ҡыҙы менән Вәзир Ғиниәт улы Усмановтар никахҡа инеп йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән. Икеһе лә ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанғандар, абруйлы шәхестәр. Вәзир Ғиниәт улы “Заветы Ильича” колхозында - водитель, Альфира Әнүәр ҡыҙы Мораҡ ауыл хакимиәтендә эштәргә идара итеүсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Биш ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар, хәҙер иһә 9 ейән-ейәнсәрҙең олатаһы һәм өләсәһе булыу бәхетен кисереп ғүмер йомғағын һүтәләр.
Зәниә Шәйәхмәт ҡыҙы менән Александр Васильевич Степаненколар быйыл “алтын” юбилярҙар. Зәниә Шәйәхмәт ҡыҙы “Ғафури” совхозында – зоотехник, ғаилә башлығы Александр Васильевич “Сельхозтехника”ла фрезерлаусы, токарь, келәт мөдире булып эшләгән. Ғаилә парының ике улы һәм биш ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Красноусолда йәшәүсе ярты быуат ғүмер кисергән Людмила Алексеевна менән Владимир Сергеевич Гончаровтарҙы өйҙәренә барып ҡотланылар. Ветерандар бар ғүмерҙәрен быяла заводына бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Ғаилә башлығы Владимир Сергеевичты бергә эшләгән иптәштәре яҡшы иретеп йәбештереүсе тип белһә, Людмила Алексеевна бухгалтер булып эшләгән. Улар өс балаға атай-әсәй булып, бөгөн дүрт ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп яратып, уларҙы тәрбиәләшеп йәшәйҙәр.
Хөрмәтле күркәм парҙарҙы “алтын” ғүмер байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм уларға тағы ла оҙаҡ йылдар балалары, ейәндәре солғанышында бәхетле, мөхәббәтле, парлы булып йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

“Ғаилә – ул иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә. Барыһына ла ғаиләләрендә бер-береһен һаҡлауҙарын, ғаиләләребеҙҙәге йылылыҡ яныбыҙҙағы, иғтибарға мохтаж башҡа кешеләргә лә өләшерлек булыуын теләйем. Бәхет һәм мөхәббәт һеҙгә”, - тине Радий Хәбиров.

50 йыл бергә!
50 йыл бергә!
50 йыл бергә!
50 йыл бергә!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас