-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь , 15:15

Көтөлмәгән бүләк

Бөгөн иртә менән Красноусол башҡорт гимназия – интернатында  көтөлмәгән һәм бик тә тулҡынландырғыс  осрашыу  үтте.

Көтөлмәгән бүләк
Көтөлмәгән бүләк

Билдәле булыуынса, Н.А.Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  посылкалар менән бергә яугирҙарға матур теләктәр менән хат та яҙып һалалар. Ошондай хаттарҙың береһе “Башҡортостан” полкының  Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальонының “Прорыв” позывнойлы яугиры ҡулына эләгеп, шундай йылы хис-тойғоло итеп яҙылған хат уға бик оҡшаған. Һәм бөгөн дәрестәр барған бер мәлдә ул Рәсәй Геройы Андрей Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровна менән бергәләп гимназияға килде.

Яугир ҡулындағы хатты уҡый башлағас, һәр бала ундағы һәр һүҙҙе, һәр һөйләмде иғтибар менән һәм тулҡынланып тыңлап, “хаттың авторы кем булыр?” тигән һорауға яуап көттө. Һәм ул… 9-сы класта уҡыусы Алһыу Ғәлимованыҡы булып сыҡты. Яугир ошондай йылы хаттар, посылкалар өсөн уҡыусыларға хеҙмәттәштәренең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ә инде уны бик тә тулҡынландырған хат авторы Алһыу Ғәлимоваға ноутбук бүләк итте. Көтөлмәгән бүләк Алһыу өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл мөғжизәһе булды.

Осрашыу һуңында Алмаз Ҡоҙайғолов яугирға тотош кластары менән әҙерләгән “Татлы хаттар” тапшырҙы.

Мәрхәбә Собханғолова.

Көтөлмәгән бүләк
Көтөлмәгән бүләк
Көтөлмәгән бүләк
Көтөлмәгән бүләк
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: