- Украинаға Курск өлкәһенә инеп, унда ҡалыуҙың мәғәнәһе юҡ, сөнки улар унда үҙҙәренең иң яҡшы штурмлау төркөмдәрен һәм подразделениеларын ташлай. Курск өлкәһе азат ителгәндән һуң күрелгән зыянды баһаларға мөмкин, әммә барыһы ла тергеҙеләсәк. РФ властары Курск өлкәһенән күсергә теләүселәргә ярҙам итәсәк, — тип билдәләне Рәсәй президенты. Путин Курск өлкәһендә һуғышҡан яугирҙарҙың махсус операцияла ҡатнашыусылар булараҡ түләүҙәр алмауын хата тип атаны. Ул был хәлде төҙәтергә ҡушты.
Дәүләт башлығы шулай уҡ «Орешник»алыҫтан атыу ракетаһы хаҡында һөйләне. - «Орешник» тың атыу алыҫлығы 5,5 мең километрға тиклем тәшкил итә. Беҙҙең ракетаны бәреп төшөрөү мөмкинлеге юҡ. Мин Көнбайышҡа XXI быуатта «технологик дуэль» үткәрергә тәҡдим итәм: Киевта объект һайларға, унда бөтә ПВО һәм ПРО көстәрен тупларға, ә Рәсәй уға «Орешник» менән һөжүм итәсәк, — тине Путин.