Йыйылышта халыҡ бик күп булды. Табын ауыл биләмәһе башлығы Фидан Фәнүр улы Ғүмәров ауыл өсөн яңы проект менән таныштырҙы. Ул проект “Балалар һәм ололар өсөн ял итеү урыны” тип атала. Проектҡа ярашлы, ауыл уртаһында йәйге эстрада сәхнәһе, матур эскәмйәләр, яҡтыртҡыс фонарҙар һәм балалар майҙансығы булған бик шәп ял итеү урыны барлыҡҡа киләсәк. Ә уның эргәһендә йәнәш кенә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласағын да әйтеп шатландырҙы Фидан Фәнүр улы ауыл халҡын.
Беҙҙең ауылда күптән инде яңы объекттар асылғаны юҡ ине. Ошо көндәрҙә, халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалып, район хакимиәте емерелеп барған күперҙе ремонтлатты. Уның өсөн ҙур рәхмәт!
2025 йыл беҙгә оло шатлыҡтар бүләк итһен тигән теләктә ауыл халҡы “Балалар һәм ололар өсөн ял итеү урыны” проектын бер тауыштан ҡабул итте. Ауыл әүҙемселәре араһынан 12 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Теләктәребеҙ тормошҡа ашһын!
Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Родина-Ватан ауылы старостаһы.