Аҡкүл ауыл мәҙәниәт йортона урындағы халыҡ, ауыл биләмәһе башлығы Р.Ә.Мөхәррәмов етәкселегендә ауыл хакимиәте вәкилдәре йыйылды, район хакимиәте яғынан Совет секретары М.Б.Йәнмырҙин килде. Йыйылыш рәйесе Р.Мөхәррәмов килеүселәрҙе был программаның асылы менән таныштырҙы. Аҡкүл ауыл биләмәһе унда йыл һайын ҡатнашып килә. Шуға ла был ауылдар халҡы программала быйыл да ҡатнашырға кәрәк тигән берҙәм ҡарарға килде.
Алдан йыйылыштар һәм кешеләрҙән һорашыуҙар уҙғарылып, хәл итеүҙе талап иткән, иң өлгөрөп еткән мәсьәләләр асыҡланды. Шундай мәсьәләләр тип Дарьино ауылындағы “МТЗ-82” тракторына тағылмалы һәм аҫылмалы ҡорамалдар һатып алыу, Дарьино ауылы зыяратын кәртәләү һәм балалар майҙансығы төҙөү билдәләнде.
Ошо көнүҙәк мәсьәләләр араһында беренсеһе тәү сиратта кәрәкле тип табылып, халыҡ бер тауыштан “МТЗ-82”-гә тағылмалы һәм аҫылмалы ҡорамалдар алыу өсөн тауыш бирҙе. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның былтырғыһында халыҡ “МТЗ-82” тракторы һатып алғайны, быйыл иһә уға яңы тағылмалы һәм аҫылмалы ҡорамалдар алырға кәрәк, сөнки иҫкеләре туҙа, йылдан-йыл уларҙы йүнәтеүгә күберәк аҡса кәрәк була бара. Шуға ла беренсе проект ауылды төҙөкләндереүгә, юл ситтәрендәге үләнде сабыуға, ғөмүмән, ауыл биләмәһен төҙөк тотоуға бик кәрәк.
Йыйылышта ҡатнашыусылар рәйес Р.Мөхәррәмовтың был проекттың хаҡы, уны финанслау сығанаҡтары тураһында һөйләүен тыңлағандан һуң, проектты бойомға ашырыуҙың шундай нисбәтен раҫланы: проекттың дөйөм суммаһы 1100 мең һум булһа, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидия – 770 мең, ауыл советы бюджетынан – 150 мең һум, бағыусылар ярҙамы һәм халыҡ индергән өлөш 90-шар мең тәшкил итәсәк.
Артабан Дарьино ауылы кешеләренән торған 5 кешелек инициатив төркөм һайланды, төркөм рәйесе итеп Дарьинонан С.М.Смагинаны һайланылар.
Янға ҡалған аҡсаларҙы ҡулланыу тураһында ла бер тауыштан ҡарар ҡабул ителде. Экономия барлыҡҡа килгән осраҡта, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан һәм муниципаль берәмек субсидияһынан ҡалған аҡса һайланған проекттың үҙенсәлектәрен, характеристикаһын, сифат күрһәткестәрен яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.
Киләһе йылда ла проектты уңышлы бойомға ашыра алырбыҙ тип ышанабыҙ.
Е.ИГОШИНА, инициатив төркөм ағзаһы.