-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь , 13:02

Милли традицияларҙы һаҡлап

“Нәҫелендә булған мәҙәниәтте,  ғөрөф-ғәҙәттәрҙе  һаҡлап ҡалыу һәм йәш быуында уларҙы  өйрәнеү, һаҡлау ынтылышын  тәрбиәләй алмаған ҡәбилә юҡҡа сығыуға дусар ителә.Үҙ граждандарын илһөйәрлек рухында тәрбиәләү  маҡсатын ҡуймаған  дәүләттең киләсәге юҡ”,-тигән билдәле яҙыусы.

Милли традицияларҙы һаҡлап
Милли традицияларҙы һаҡлап

Ысынлап та, балаларыбыҙ инсафлы,  тәртипле һәм әҙәпле,  киләсәктә тормоштары яҡты, матур, күңел тыныслығы булһын өсөн уларҙы баласаҡтан өйрәтеп үҫтереү – төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Тап бына бөгөн, хәҙерге заманда  кешеләрҙә илһөйәрлек ,милли рух, шәфҡәтлелек, кешелеклелек хистәрен яңыртырға кәрәк. Был эштә беҙгә балалар әҙәбиәте, фольклор, халыҡ ижады, милли йолалар, бала күңелен яҡшылыҡҡа, йомартлыҡҡа, выжданға һәм намыҫҡа, ғәҙеллеккә  йүнәлтеүсе халыҡ гәүһәрҙәре ярҙам итә.

Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә   Рәсәй Президентының  Мәҙәни инициативалар фонды гранты ярҙамы менән    тормошҡа ашырылған  “Традицияларҙы һаҡлап” проекты  сиктәрендә фольклор аша балаларға милли хәтерҙе ҡайтарыу,  боронғо байрамдарҙы, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе өйрәтеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм милли рух тәрбиәһе биреү маҡсатында бик күп саралар ойошторола. “Йөҙөк һалыш”, “Һыу юлы” татар милли уйындары  балаларҙың   бик яратып уйнаған милли уйынына әйләнде.

 Татар халыҡ йыр – бейеүҙәренән, уйындарынан торған фольклор концерт та балалар күңеленә   хуш килде. Проект сиктәрендә алынған гармунда уйнап өйрәнергә теләүсе балалар һаны артып, үҙ алдыбыҙға гармунсылар ансамбле ойоштороу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Был йүңәлештә тәүге аҙымдар яһалды ла инде. Проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә һатып алынған  милли кейемдәр ҙә сараның сағыу бер биҙәге булып торҙо.

Проект сиктәрендә үткән  саралар   балаларҙа татар халҡының милли гәүһәрҙәре менән ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы, уларҙа ыңғай эммоциялар, татар милли мәҙәниәтен ҡабул итеүгә  ынтылыш  уятты. Яҡшылыҡ, матурлыҡ, батырлык, ғәҙеллек,  хеҙмәт һөйөүсәнлек, тоғролоҡ тураһында төшөнсәләрҙе аңларға ярҙам итте.

Светлана Бикбаева,

 проект етәксеһе.

Милли традицияларҙы һаҡлап
Милли традицияларҙы һаҡлап
Милли традицияларҙы һаҡлап
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: