Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова байрамға йыйылыусыларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлап, яҡшы кәйеф, именлек һәм ныҡлы һаулыҡ, еребеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, һәр ғаиләлә бәхет, шатлыҡ тантана итеүен теләне. Яңы йылда барыбыҙҙың да уй-теләктәре,хыялдары тормошҡа ашһын, тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. Ул арала алыҫтан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп етте. Майҙан уртаһындағы ҡупшы шыршы уттары ҡабынғас, олоһо-кесеһе Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләп шыршы уратып бейеп тә алдылар. Ә район мәҙәниәт йорто артистары тамашасыларға матур йырҙарын, балалар бейеү коллективтары дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре иһә балалар өсөн төрлө уйындар ойошторҙо.
Бөгөн дә Яңы йыл ҡаласығында байрам саралары дауам итә.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.