Юлыҡ ауылының урындағы йәмәғәт ойошмаһы «Юлыҡ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығының («Юлыҡ» ТОС-ы) 2024 йылда Президент гранттары фондының Икенсе конкурсында еңеүгә өлгәшкән "Еҙем йылғаһының төҙөкләндерелгән ярҙары" исемле проекты буйынса эш тамамланыуға табан бара. Юлыҡ ауылында Еҙем йылғаһының яр һыҙатын йыуыуын кәметеү һәм уның ярҙарында экологик хәлде яҡшыртыу проекттың төп маҡсаты итеп билдәләнгән ине.
Йәй һуҙымында ярҙы нығытыу буйынса саралар күрелеп, ер эштәре башҡарылды. Яр буйҙары йығылған ағастарҙан таҙартылды, экологик өмәләр, Юлыҡ мәктәбендә экология темаһына класс сәғәттәре үткәрелде. Көҙҙән йылға ярҙарына тирәк һәм өйәңке үҫентеләре ултыртылды.
Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә тәбиғәтте һәм Еҙем йылғаһы ярҙарын һаҡлауға күпмелер өлөш индерербеҙ, тип ышанабыҙ.
Рәхимйән ЮЛЫҠОВ, «Юлыҡ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы етәксеһе.