-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь , 10:00

Йәш эшҡыуарҙар билдәләнде

“Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү” Хәйриә фондының Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Эшҡыуарлыҡҡа – мәктәп эскәмйәһенән” бизнес- проектының йомғаҡлау сараһында эштәре уңышлы тип табылған 13 финалист сығыш яһаны. Конкурс комиссияһы уларҙың һәр береһенең эшен ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм еңеүселәрҙе билдәләне.

Йәш эшҡыуарҙар билдәләнде
Йәш эшҡыуарҙар билдәләнде

Әйтергә кәрәк, конкурсҡа тәҡдим ителгән барса бизнес-проекттар ҙа ҡыҙыҡлы һәм перспективалы ине. Уҡыусылар үҙҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторған. Комиссия ағзалары уларҙың эше менән танышып, эшлекле кәңәштәр бирҙе. Конкурс барышында беренсе сиратта баҙарҙы анализлау, үҙеңдең идеяңды финанс йәһәтенән планлаштырыу һәм уны дөрөҫ тәҡдим итә белеү оҫталығына эйә булыуҙың мөһим шарт булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Һөҙөмтәлә, Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең 7 “В” класы уҡыусыһы Арсен Юлмөхәмәтов “Велосипедтар һатып алыу, ремонтлау һәм һатыу” проекты менән беренсе урынға сыҡты. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9 “Б” класы уҡыусыһы Мәҙинә Мортазина “Фотограф хеҙмәте” проекты менән - 2-се, ә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптән 8 “Б” класы уҡыусыһы Софья Филатова “Балауыҙҙан ирендәр өсөн бәлзәм әҙерләү” проекты менән 3-сө урынды яуланы. Еңеүселәргә Дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр, ә проект-та ҡатнашыусы һәр уҡыусыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бынан тыш Мораҡ мәктәбенән Майя Джафарова “Асыҡ һауала баҡса еләге үҫтереү”, Красноусолдағы 3-сө мәктәптән Сергей Рудкевич “Йорт хайуандары өсөн ҡунаҡхана”, Сәйетбаба урта мәктәбенән Розалия Ишмырҙина “Сәйләндән биҙәүестәр эшләү” проекты өсөн район Эшҡыуарҙары советының махсус призы менән бүләкләнде.
Проектта ҡатнашыусы һәр уҡыусы эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә әҙме-күпме тәжрибә туплап, был сара уларҙы үҙ идеяларын артабан тормошҡа ашырыуға дәрт, этәргес биргәндер. Артабан инде уларҙың үҙ эштәрен дауам итеп, районыбыҙҙың булдыҡлы эшҡыуарҙары сафына баҫыуҙарын теләргә генә ҡала.

Мәрхәбә МӘМӘТҠОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: