Мәндем ауылы ҡыҙы Лилиә Фәрғәт ҡыҙы менән Имәндәш ауылы егете Рифат Вилдан улының яҙмыштарын бергә бәйләүенә 18 йыл ғүмер үтеп киткән. Йәштәр бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, тыуған төйәктә төпләнеп, нигеҙ ҡорған. Балалар - өй ҡото, йәшәү йәме булғандай, Йәғәфәровтар бынан 11 йыл элек оҙаҡ көтөп алған өс игеҙәк сабыйға атай-әсәй булыу бәхетен кисергән. Уларға Азалия, Азат, Азамат тигән матур исемдәр ҡушҡандар. Бер түгел, өс баланы ҡарау, аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай, әлбиттә. Хужалыҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе башҡарыу менән бер рәттән Лилиәгә Рифат оло ярҙамсыһы-терәге була, Мәндемдә йәшәгән инәһе лә ҡыҙына ейәндәрен-ейәнсәрен ҡарашырға килә.
Хәҙер инде барыһы ла артта ҡалды, татыу ғаиләлә мөхәббәт емештәре - береһенән-береһе аҡыллы, һөйкөмлө балалары Азат, Азамат, Азалия ҙур үҫеп, буй еткерә. 2013 йылдың 19 сентябрендә – Йылан йылы билдәһе аҫтында өс игеҙәктең тыуыуы районды ғына түгел, бөтөн рес-публиканы таң ҡалдырғайны. Беҙ ҙә был иҫтәлекле ваҡиғанан ситтә ҡалмай, сабыйҙарҙы күрергә барып, ошо хаҡта яҙып сыҡҡайныҡ инде. Йәнә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Имәндәшкә командировка мәлендә уларҙы яңынан күреү форсаты тейҙе һәм игеҙәктәрҙең нисек үҫеүҙәре, нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. Балаларға хәҙер 11-әр йәш, Имәндәш урта мәктәбендә 5-се клас-та уҡыйҙар. Һау-сәләмәт, ныҡлы булып буй еткерәләр. Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булған Лилиә балаларының сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бирә. Иҫке Та-йыш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунк-тына йөрөп фельдшер булып эшләй ул. Ғаилә башлығы Рифат урындағы мәктәптең хужалыҡ мөдире. Азат менән Азамат волейбол секцияһында шөғөлләнә, айырыу-са дуҫтары менән саф һауала уйнарға яраталар. Ә Азалия “5”-кә генә өлгәшеп уҡый, әүҙемлеге менән айырыла, мәктәптә үткән бер сара ла унһыҙ үтмәй. Инглиз телен бик ярата, мәктәп директоры Әлфинә Мәхмүтова уҡытҡан был фәнде көтөп ала ул, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Әйткәндәй, Яңы – Йылан йылы - игеҙәктәрҙең йылы килә.
Йәғәфәровтарҙың балалары үҙҙәре өлгөһөндә аралашыусан, ярҙамсыл, изге күңелле, татыу, ғәҙел булып үҫә. Ата-әсәһенең ҙур ярҙамсылары. Ҙур хужалыҡта эштәр йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә күп була. Һауын һыйырҙары ғына 7 баш, башмаҡтары ла шунса, өҫтәүенә, һимертеүҙә лә малдары бар. Яҙ һайын өс тиҫтәнән ашыу ҡаҙ бәпкәләре һатып алалар, үҫкәнсе уларҙы балалары көтә.
Күп балалы ғаилә булараҡ, ҡыҙ-улдары йәйге каникул мәлендә мәктәп лагерында ял итә. Быйыл мартта Красноусол Балалар шифаханаһына йүнәлтмә бүленгән һәм рәхәтләнеп ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып ҡайтҡандар.
Лилиә балаларының һәр береһе үҙ бәхете менән тыуыуын, күңелең киң булһа, булғанына шөкөр итеп йәшәй белһәң, балалар бағыуҙан да ҙурыраҡ бәхеттең булмауын билдәләй. Ә тәрбиә йәһәтенән, күмәк балалы булыу бары тик шатлыҡ ҡына һәм ыңғай әһәмиәткә эйә: улар бер-береһенә иптәш, терәк-таяныс булып, бәләкәйҙән бер-береһен ҡурсаларға, ярҙамсыл, берҙәм, татыу булырға өйрәнеп үҫә, ти ул.
Ысынлап та, ғаиләнең матурлығы, бәхете, бәрәкәте лә – татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙә, инсафлы, тәүфиҡлы балалар үҫтереүҙә.