Сараны хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү һәм буласаҡ һайлаусыларҙың әүҙем тормош позицияһын формалаштырыу маҡсатында район территориаль һайлау комиссияһы ағзалары ойошторҙо. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Зверева уҡыусыларҙы Рәсәй Федерацияһының һайлау системаһы нигеҙҙәре һәм Ғафури районының һайлау комиссиялары эше менән таныштырып, сараны асты. Был балаларға уларҙың һайлауҙарҙа тауыш биреүенең әһәмиәтен һәм йәмғиәт тормошонда һайлауҙарҙың роле тураһында күберәк белеү өсөн ҙур мөмкинлек булды.
Викторинала 7-се, 8-се, 9-сы, 11-се, 12-се класс уҡыусылары ҡатнашты, улар һайлау хоҡуғы һәм процесы мәсьәләләре буйынса үҙ белемдәрен күрһәтте. Бында уларҙың әүҙемлеге һәм темаға ҡыҙыҡһыныуы, йәштәрҙең демократия мәсьәләләренә, шулай уҡ үҙҙәренең һайлаусы булараҡ киләсәккә ҡараштары ла күренде. Район территориаль һайлау комиссияһы рәйесенең уң ҡулдары булған Елена Николаевна һәм Олеся Викторовна викторинала дөрөҫ яуаптар өсөн өс призлы урынға дәғүә итеүсене билдәләп, беренсе урын - Камил Шәнгәрәевҡа, икенсене - Валерий Ғилмановҡа һәм өсөнсө урын Линар Карюковҡа бирелде. Еңеүселәргә Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, ә викторинаның башҡа ҡатнашыусылары татлы бүләктәр менән бүләкләнде.
Бындай сара буласаҡ һайлаусыларҙы мәғлүмәтле итеп кенә ҡалмай, ә уларҙы йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла рухландыра. Викторина хоҡуҡи грамоталылыҡты һәм һайлауҙарға аңлы мөнәсәбәтте формалаштырыуҙа ла мөһим булып тора. Был сараны ойоштороусылар бөтә ҡатнашыусыларға әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдереп, балаларға хоҡуҡ һәм һайлау процесы тураһында артабанғы белемдәрендә, уҡыуҙарында уңыштар, һаулыҡ теләнеләр.