Районыбыҙ ауылдарынан йыйылған балаларҙы район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлап, иң изге, матур теләктәрен еткерҙе.
Артабан Яңы йыл тамашаһы фойелағы күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө биҙәктәргә төрөнгән шыршы янында дауам итте. Маскарад костюмдары, матур күлдәктәр кейгән балалар Яңы йыл күрке – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары менән шыршы тирәләй йырланы-бейене, рәхәтләнеп күңел асты.
Йылына бер килгән шатлыҡлы шыршы байрамы балалар өсөн икеләтә-өсләтә һөйөнөслө булды: күңелле байрамда ла ҡатнаштылар, Ҡыш бабай бүләктәрен, йәғни район хакимиәте башлығының бүләктәрен дә алдылар, ҡупшы шыршы тирәләй йырҙар йырлап әйләнделәр. Был сара балалар һәм уларҙың ата-әсәһенә байрам кәйефе һәм күңел йылыһы бүләк итте. Ул барыһы өсөн дә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр булып, күңелдәрҙә оҙаҡҡа ҡалыр.