Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программаны Илдар Мәүлетбирҙин йылдың төп проекты тип атаны.
– Бынан алдағы йылдарҙа 140 мәктәпте ремонтлағайныҡ. Бөгөн 55 меңдән ашыу бала яңыртылған шарттарҙа белем һәм тәрбиә ала. 2025 – 2027 йылдарға РФ Мәғариф министрлығы республикабыҙҙың тағы 88 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлау буйынса исемлеккә индерҙе һәм ошо маҡсатта федераль бюджеттан 5,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк, - тине министр.
Ул шулай уҡ балалар баҡсалары биналарын капиталь ремонтлау буйынса программаға старт бирелеүен яҡшы башланғыс булараҡ билдәләне. Әле исемлеккә республиканың 16 балалар баҡсаһы ингән, уларға 840 миллион һум федераль аҡса бүленә. Ә киләһе йылдан колледждарҙы, тәү сиратта, уларҙың ятаҡтарын капиталь ремонтлау программаһы старт ала.
Бынан тыш, Илдар Мәүлетбирҙин төбәктең 16 учреждениеһы ингән балалар баҡсаларын ремонтлау федераль программаһын билдәләне. Уларҙы яңыртыуға 840 миллион һум йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, 2025 йылда башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән колледждарҙың уҡыу корпустарын яңыртыу буйынса төбәк программаһы сиктәрендә эш башлана. Бында һүҙ ҡорамалдарҙы ремонтлау тураһында ғына түгел, шулай уҡ яңыртыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү хаҡында бара. Тағы ла ете дөйөм ятаҡ сираттағы федераль программаға эләкте. Һуңғыһына килгәндә, Башҡортостандың әүҙем ҡатнашыуы ремонтланған объекттар һаны буйынса илдә тәүге 3-кә инергә мөмкинлек бирҙе.
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров колледждарҙың уҡыу корпустарын төҙөкләндереү, уларҙы кәрәкле йыһаздар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү программаһына башланғыс биргәйне. Ошо нигеҙҙә ҙур эштәр башҡарылды. Әле федераль программаға ярашлы исемлеккә республиканың ете колледжы инеүгә өлгәште. Был бик яҡшы, етди һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе, - тине Илдар Мәүлетбирҙин. – Ғөмүмән, белем биреү тармағына ҡараған учреждениеларҙы капиталь ремонтлауға федераль аҡса йәлеп итеү йәһәтенән беҙ ил буйынса иң алдынғы өсәү араһында билдәләнәбеҙ, анығыраҡ итеп әйткәндә, икенсе урындабыҙ. Дөйөм алғанда, 2024 йылда республикабыҙҙың мәғариф тармағын үҫтереүгә федераль бюджеттан 15,4 миллиард һум аҡса йәлеп ителгән.
Әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе барышында уҡытыусыларға ярҙам һәм хәстәрлек йәһәтенән билдәләнгән саралар тураһында ла һүҙ барҙы. Белеүебеҙсә, төбәк етәксеһе педагогтарға шифахана-курорт дауалауына юлламалар бүлеү тураһында әйткәйне. Бынан тыш, беҙҙә, республика Башлығының тәҡдименә ярашлы, бихисап гранттар булдырылған. Илдар Марат улы ошолар хаҡында ла ентекле аңлатма бирҙе.
– Уҡытыусыларға гранттар ярҙамы тураһында әйткәндә, бында тәүмаҡсат - мәғариф тармағына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, әлегәсә эшләп йөрөгәндәрен дәртләндереү. 2019 йылдан, Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән уҡытыусыларға гранттар бирелә башланы. Йыл һайын республиканың 150 уҡытыусыһы 690 мең һум күләмдә грант ярҙамы ала. Былтыр мәктәпкәсә белем биреү тармағы педагогтарының форумында тәрбиәселәр ҙә ошонлай ярҙам сараларына мохтаж булыуҙары хаҡында белдерҙе. Быйыл Башҡортостан Башлығы тарафынан мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына тәүге тапҡыр 75 грант тапшырылды. Уның суммаһы – 575 мең һум. Әйтергә кәрәк, бындай ярҙам сараһы илдең башҡа бер төбәгендә лә юҡ, – тип билдәләне Илдар Мәүлетбирҙин.
Ә инде Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы тормошҡа ашырып, 2025 йылдан йыл һайын меңләгән педагог республика шифаханаларында ял итеү мөмкинлегенә эйә була. Был хаҡта Указға ҡул ҡуйылған да инде.
Быйыл уҡыу йорттарына маҡсатлы ҡабул итеү йәһәтенән дә ярайһы уҡ ҙур, етди эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығының ҡарарына ярашлы, маҡсатлы уҡырға ингән йәштәргә махсус стипендия булдырылды. Уның суммаһы – 10 мең һумға тиклем. Бының өсөн билдәле бер ауыл мәктәбенә белгес булараҡ ҡайтыу шарты менән килешеү төҙөп уҡырға инәһең һәм өҫтәмә стипендия алып уҡыйһың. Артабан инде килешеүгә ярашлы билдәләнгән белем усағында өс йыл эшләргә тейешһең.
Әңгәмә барышында шулай уҡ “Профессионалитет” программаһы, уның йәштәргә һөнәр һайлауҙа, республикабыҙҙың иҡтисад тармаҡтарын, сәнәғәт предприятиеларын кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеүҙәге роле һәм әһәмиәте билдәләнде. Ошо нигеҙҙә республика колледждарының матди-техник базаһын нығытыу, уларҙағы лаборатория һәм оҫтаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барыла. Мәҫәлән, быйыл, республиканың алты колледжы 100 миллион һумлыҡ федераль гранттарға лайыҡ булған. Был суммаға Башҡортостан етәкселеге тағы 50-шәр миллион һум өҫтәгән. Киләһе йылда тағы биш колледжға ошондай ярҙам күрһәтеү бурысы тора.
ФЕКЕРҘӘР
Салауат СӘҒИТОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Мәғариф системаһында төп мәсьәлә – уның сифатын яңы йүнәлеш, яңы методикалар һәм технологияларға бәйле рәүештә даими күтәреү. Беҙҙең республика ғәҙәттәгесә был процестың башында килә. Бында уҡытыу кимәлен, белем сифатын арттырыу, даими рәүештә уҡытыусыларыбыҙҙың квалификацияһын күтәреү тураһында ла һүҙ алып барырға мөмкин. Аҡмулла университетының Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ошо программаны әҙерләүе бик ҡыуаныслы күренеш.
Быйыл беҙҙе республика Башлығы Радий Хәбировтың маҡсатлы уҡырға ҡабул итеү тураһындағы Указы ҡыуандырҙы. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға ингән кеше уҡытыусы һөнәрен аңлы рәүештә һайлай һәм беренсе курстан уҡ үҙен икенсе төрлө тота, икенсе төрлө уҡый. Ошо указға ярашлы тағы ла күберәк йәштәр беҙҙең педагогия университетына киләсәк, тип ышанабыҙ. Һуңғы йылдарҙа педагогия буйынса белемгә ихтыяж арта бара һәм был беҙҙе ҡыуандыра, сөнки уҡытыусыһыҙ милләттең дә, дәүләттең дә киләсәге юҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың мәғариф системаһы тураһындағы хәстәрлеге ҙур хөрмәткә лайыҡ. Ҡатмарлы осорҙа, илебеҙгә ҡарата иғлан ителгән санкциялар баҫымы шарттарында күп процестарҙы туҡтатырға мәжбүр булғанда, мәғариф системаһына капитал һалыуҙар үҫеше туҡтатылмай, киреһенсә арта ғына бара. Киләһе йылдарҙа ла тотороҡло рәүештә алға барырбыҙ, тип ышанам.
Елена Хаффазова, Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының төбәк бүлексәһе рәйесе:
– Дөйөм алғанда, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының 2024 йылғы йомғаҡтары буйынса эше юғары баһаға лайыҡ. Күп маҡсаттарға өлгәшелде: белем биреү хеҙмәттәренең сифатын күтәреү, инновациялар индереү, матди-техник базаны модернизациялау. Башҡортостан Башлығы ҡуйған мөһим бурыс – һәләтле уҡыусыларға һәм студенттарға ярҙам итеү. Ошо маҡсатта яңы программалар индерелде, һөҙөмтәлә төбәк, федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә еңеүселәр һәм призерҙар һаны артты. Әлбиттә, төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре, сығарылыш уҡыусыларының әҙерлек кимәлен күтәреү, олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар һаны менән маҡтанырға мөмкин. Минеңсә, иң мөһиме – инфраструктураны яңыртыу, ә ҡалғаны – һөҙөмтә.
Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров артабан да үтәй алырлыҡ аныҡ бурыстар ҡуя. Шуға күрә Башҡортостан – лидерҙар рәтендә.
Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, " Ал да нур сәс халҡыңа " миҙалы кавалеры:
-Һуңғы йылдарҙа республикала белем биреү сифатын күтәреү, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын модернизациялауға, яңылыҡтар индереүгә ҙур иғтибар бирелә. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдына республика Башлығы Радий Хәбиров һәләтле уҡыусыларға ярҙам итеү, уларҙы үҫтереү бурысын ҡуйҙы. Ошо маҡсатта яңы программалар индерелде. Быны беҙ районыбыҙ мәктәптәре миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ. “Мәғариф” федераль милли проектының “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы”, “Һанлы белем биреү мөхите” кеүек төбәк проекттары районыбыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Районда 16 мәктәптә “Үҫеш нөктә”ләре уңышлы эшләй. Мәктәптәрҙә роботехника клубтары ла бар, Красноусолдағы 1-се мәктәптә яңы уҡыу йылы башында пилотһыҙ осоу аппараты (БПЛА) менән эшләргә өйрәнеү өсөн махсус класс асылды. Күптән түгел генә “Мәктәп уҡыусыларының башланғыстарын бюджетлау” республика программаһы буйынса Красноусолдағы 1-се мәктәптә спрот һәм ял майҙансығы асылды. Красноусолда төрлө йүнәлеште үҙ эсенә алған “Форсат” йәштәр клубы асылды. Быларҙың барыһы ла яҡын киләсәктә үҙ емештәрен бирер, районыбыҙ мәктәптәрендә төп һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүселәр бермә-бер артыр.
Башҡортостан Башлығының ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән уҡытыусыларға гранттары конкурсында ҡатнашып, быйыл районыбыҙҙың 6 уҡытыусыһы һәм бер тәрбиәсеһе еңеү яуланы һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Был да мөғәллимдәргә артабан да тырышып эшләргә, уҡытыусы һөнәренең абруйын, баһаһын күтәреүгә, яңынан-яңы үрҙәргә артылырға ҙур этәргес булып тора.