+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2024, 10:20

Күңелем менән ун һигеҙҙә кеүек...

Тышта аҡлыҡ-сафлыҡҡа төрөнгән ҡыш айы тантана итә. Күңеле лә, иңенә аҡ халат һалып ҡырҡ йыл яратып хеҙмәт иткән һөнәре менән дә ошо миҙгелгә оҡшаған Красноусолда йәшәүсе Земфира Зәки ҡыҙы Мөлөкова 25 декабрҙә етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫып, ошо көндәрҙә туғандарының, яҡындарының ихлас ҡотлауҙарын ҡабул итә. Күркәм юбилейын ҡаршылаусы һөйөклө ҡатын-ҡыҙ, ғәзиз әсә, гүзәл зат менән үткән йылдарға боролоп ҡарап, бергәләп ғүмер йомғағын тағатып, һөйләшеп алырға насип булды.

Күңелем менән ун һигеҙҙә кеүек...Күңелем менән ун һигеҙҙә кеүек...
Күңелем менән ун һигеҙҙә кеүек...

Ҡыштың аҡ нурҙарына һоҡланып, тымыҡ ҡына иҫкән елгә бәүелеп килеп, юбиляр йәшәгән өйгә бағам: тәҙрәнән йәйҙе хәтерләтеп, йәнде иретерлек  төрлө-төрлө бүлмә гөлдәре үҙҙәре үк ҡул болғап, аҡыллы, уңған хужабикә менән осрашыуға саҡырып ултыралар кеүек. Өй эсенә үтеү менән иң тәүҙә күкрәп үҫеп ултырған гөлдәр күҙгә ташлана. Шул арала хужабикә лә ихлас ҡаршылап, түргә әйҙүкләне.

Земфира Зәки ҡыҙы Ташбүкән ауылында Зәйтүнә Сәлим ҡыҙы менән Зәки Харис улы Вәлиевтарҙың алты балалы татыу ғаиләһендә икенсеһе булып тыуып үҫкән. Ата-әсәһе сығыштары менән Ишембай районының Үрге Әрмет ауылынан булғандар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Уҡытыусылар институтын тамамлағас, өйләнешеп, йүнәлтмә буйынса Юлыҡ ауылына эшкә килә улар. Тәүге ҡыҙҙары Зәкиә ошонда тыуа. Бер йылдан артыҡ эшләгәс, оло йәштәге ата-әсәләренә ҡайтып йөрөргә яҡын булыр тип, Ташбүкән ауы-

лына эшкә күсереүҙәрен һорайҙар. 1953 йылда ошо ауыл мәктәбендә ең һыҙғанып эш башлай улар, күп тә үтмәй Зәки Харис улын директор итеп ҡуялар. Өй һалып, был төбәктең үҙ кешеһенә әйләнеп, матур ғүмер кисерә улар. Йорттарына йәм биреп, Земфира ҡыҙҙары, бер-бер артлы уның  Ғаяз, Альберт, Альфира, Ильвира туғандары тыуа. Оло апаһы Зәкиә ата-әсәһенең һөнәрен һайлап, Салауат ҡалаһында юғары категориялы математика уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Альберт энекәше Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, күп йылдар Салауатта комбинатта механик булып эшләгән, әле “Восход” ЯСЙ-ендә хеҙмәтте һаҡлау бу-йынса белгес булып эшләй. Ғаяз туғаны ғына ауырыуҙан иртә вафат булған. Һеңлекәштәре Земфира апалары кеүек шәфҡәт туташы һөнәрен үҙ иткән. Альфира 40 йылдан ашыу үҙәк район дауаханаһында эшләп, әле хаҡла ялда булһа ла коммерциялы медицина үҙәгендә эшләп йөрөй. Ә Ильвира “Красноусол” шифаханаһында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә бер туған дүрт ҡыҙ, бер ир-уҙаман барыһы ла Красноусолда төпләнеп, матур итеп йәшәйҙәр.

Бала сағы һоҡланғыс ғаиләлә үткән Земфира Зәки ҡыҙы Ташбүкән һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1971 йылда Салауат медицина училищеһына уҡырға керә. Ауыл медпунктында фельд-шер-акушер булып эшләгән Мәҙинә Кейекбаеваның үҙ эшен матур итеп эшләп йөрөүенә ҡарап, уның кеүек “медик” булырға ҡарар итә. Өс йыл уҡып диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Красноусол дауаханаһының балалар бүлегенә эшкә ҡайта. Башта поста, аҙаҡ дежур сестра, тағы ла процедурныйҙа шәфҡәт туташы булып, дөйөм - 12 йыл балалар бүлегендә эшләй. Ул ваҡыттарҙа балалар һаны ла күп, эш тә еңелдән булмай. Йәш ҡыҙҙың ҡан тамырҙарын оҫта табыуын күреп, табиптар был яуаплылыҡты һәр саҡ уға ҡушыр була. Әлеге шикелле бер тапҡыр ҡулланыла торған шприц, системалар булмағанлыҡтан, ҡайнатып, стерилләү ҙә ваҡытты ала. 1985 йылда үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙе күҙ ауырыуҙары бүлегенә  күсерәләр.

- Был бүлектә коллектив менән бер ғаилә кеүек эшләнек. Бүлек мөдире, табип Рифҡәт Закир улы Байбулдин шул тиклем белдек-ле, кешелекле булды. Был бүлек ябылғас, наркология бүлегендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләнем. Ҡәйнәмде ҡарарға кәрәк булғас, хаҡлы ялға туҡтаным. Үҙәк район дауаханаһында 40 йыл эсендә күп баш табиптар менән эшләргә тура килде, барыһы ла бик һәйбәт булдылар. Бигерәк тә Әхмәт Хәйрулла улы Ҡоломбәтов менән  Максим Дмитриевич Никитинға рәхмәтлемен. Шулай бер саҡ ныҡ ауырып киткәндә Әхмәт Хәйрулла улы республика дауаханаһы менән һөйләшеп, уңайлыҡтары булған “Волга” машинаһында мине дауаханаға ебәрҙеләр. Мин терелеп, үҙ аяҡтарымда ҡайттым, Хоҙай Тәғәлә үҙҙәренә һаулыҡ насип итһен, - ти тынғыһыҙ эш-мәшәҡәттәр менән  уҙған ғүмер ағышы, ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙған изге кешеләрҙе хәтерләп Земфира Зәки ҡыҙы. - Туғандарым да әниебеҙгә оҡшатып, ҡәҙерләп торалар. Тормош иптәшем кешелекле, ярҙамсыл, машина йәнле кеше. Балаларҙың беҙҙе һөйөндөрөп, аҡыллы, матур йәшәүҙәре лә күңелгә тыныслыҡ бирә. Донъялар ғына тынысланһын инде, шуныһы өсөн борсолабыҙ.

Тырыш хеҙмәткәр һәр саҡ маҡталып эшләгән, уның хеҙмәт кенәгәһендәге бүләкләнеү өсөн ҡуйылған биттәрендә яҙырға урын да ҡалмаған, хатта. Тыныс, баҫалҡы эшсе булараҡ дарыуҙар менән генә түгел, йөрәк йылыһына ҡушып, яғымлы һүҙе менән дә кешегә ярҙам итергә тырышҡан.

Ғаиләһенән дә уңған ул. Тормош иптәше Миңлеғәле Әғзәм улы менән Ташбүкәндә күрше булып үҫкәндәр. Үҙенән дүрт йәшкә өлкән, район үҙәгендә шофер булып эшләп йөрөгән күршеһе яңы эш башлаған ҡыҙҙы алып барып ҡуйып, барып та алыр була. Шулай бер-береһенә өйрәнеп, ғүмерлеккә бергә булырға ҡарар итә улар. Бына хәҙер 47 йыл иңде-иңгә ҡуйып, бер төптән булып йәшәй Мөлөковтар. Аҡыллы, эшһөйәр ике ул – Айрат менән Маратты үҫтереп, тормош юлына сығарғандар. Башта фатирҙа йәшәйҙәр, аҙаҡтан улдары менән берлектә өй һалып, шунда күсенәләр. Эргәләрендәге өйҙөң яртыһын алып, Миңлеғәле ағайҙың әсәһен дә  яндарына алалар. Ул 92 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күсә. Миңлеғәле ағай мәҙәниәт бүлегендә, райкомда, янғын һағында оҙаҡ йылдар шофер булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Әле буш ваҡытында машиналар йүнәтә, бергәләп йорт тирәһендә тауыҡ, бройлерҙар тоталар.

Балалары ла ата-әсә йортона ҡайтырға ашҡынып тора. Оло улдары Айрат мәктәпте алтын миҙалға, нефть университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, әле Арктикала заводта бүлек начальнигы булып эшләп йөрөй. Килендәре Маргарита менән Диана исемле ҡыҙ үҫтергәндәр, әле ейәнсәрҙәренә 20 йәш. Марат улдары атаһына оҡшап техника йәнле кеше, Өфөлә сервиста эшләй. Диана кәләше менән Искәндәрҙе үҫтерәләр.

Тырыш хеҙмәткәр, уңған хужабикә бөгөн дә тик ултырмай,  әсәһенән ҡомартҡы итеп алған ҡолғаһы менән йөн иләп, бәйләм бәйләргә, китап уҡырға, бешеренергә ярата. Икмәкте лә ҡомалаҡтан әсетке яһап, үҙе һала.

Аҡыл да, ҡатын-ҡыҙ нескәлеге лә, әсәйҙәрсә йылылыҡ та бөркөлөп торған Земфира Зәки ҡыҙына бөгөн үҙ йәшен биреүе лә ҡыйын. Үҙе лә: “Йәш артһа ла, йөрәк ун һигеҙҙә кеүек инде ул”, - ти йылмайып. Алда ла балалар һөйөнөсөндә, Миңлеғәле Әғзәм улы менән тиңлек-тигеҙлектә, һаулыҡта, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын. Ә туғандарығыҙҙың ихлас ҡотлауҙары һеҙҙе шатлыҡҡа күмеп, уларға тормошта һәр саҡ терәк-таяныс булып, әлегеләй тормошоғоҙ һәр ваҡыт нурлы һәм түңәрәк булһын.

Күңелем менән ун һигеҙҙә кеүек...
Күңелем менән ун һигеҙҙә кеүек...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас