Бына сараға йәм өҫтөнә йәм өҫтәп Яңы йылдың төп хужалары – Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар һәм Яңы – 2025 йыл һәм уҙып барған йыл символдары Красноусолдың үҙәк урамдары буйлап үтеп, майҙандан урын алды. Улар районыбыҙҙың төрлө төбәктәренән килгәндәр.
Сараны алып барыусылар Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин барыһын да яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап үткәндән һуң, район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов, район Советы рәйесе Галина Викторовна Петрованы сәхнә түренә саҡырҙы.
Байрамды асып, район башлығы Венер Фәнир улы ғафуриҙарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. 2024 йылдың уңышлы, берҙәмлектә үтеүен билдәләп, 2025 йыл төклө аяғы менән, ергә тыныслыҡ алып килеүен, барыһы ла яҡшы булыуын теләне. Һәм бер төркөм төрлө өлкәлә эшләүсе хеҙмәт алдынғыларын район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. “Айыҡ ауыл-2024” конкурсының муниципаль этабында 1-се урын яулаған Ташбүкән ауыл биләмәһенең Түбәнге Ташбүкән ауылына 10 мең һумлыҡ бүләк сертификаты тапшырҙы. Байрам тантанаһында Гөлира Ишбулды ҡыҙы Ҡәйүмова район етәксеһе Венер Вахитов ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Боҙ ҡаласығы майҙансығындағы байрамса биҙәлгән сәхнәне бүләкләнеүселәр буш тотманы. Ысынлап та, бүләкләнеүселәр күп булды был көндө. Район башлығы үҙ предприятиеларын Яңы йылға биҙәү буйынса район конкурсы еңеүселәрен бүләкләп үтте.
“Алтын ҡурай” ЯСЙ-е коллективы сауҙа предприятиеһы, “Здоровье” торлаҡ милекселәре берекмәһе “Иң матур Яңы йыл биҙәлеше” номинацияларында бүләкләнде.
Бюджет өлкәһе предприятиелары араһында Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәр – 3-сө, “Әкиәт” менән “Миләшкәй” балалар баҡсалары – 2-се, “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән район ветеринария станцияһы 1-се урын яуланы. Барыһына ла Диплом һәм сертификаттар тапшырылды.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмил Рафаил улы менән ра-йон Советы рәйесе Галина Викторовна байрамда ҡатнашыусыларға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе һәм йәнә бер төркөм алдынғыларҙы Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Ғаилә йылын ябыу уңайынан ғаилә командалары ҡатнашлығында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады район конкурсы иғлан ителгән. Конкурс программаһында ҡатнашыусыларҙы барлау өсөн сәхнәгә Ҡыш бабай саҡырылды. Һәм район мәҙәниәт һарайы ансамбленең “Һә тигәнсе үтеп китте ещё один год” йырына Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар флешмобы үтте. Ғаилә командалары конкурсында ҡатнашыусылар: Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонан Биктимеровтар ғаиләһе, Ташлынан Шалиндар, Красноусолдан Фәйзуллин-Юлбарисовтар, Аҡкүлдән Осиповтар, Үтәктән Исламғоловтар, Родинанан Түзбәковтар, Сәйетбабанан Шаһиевтар ғаиләләре сәхнәгә күтәрелеп, үҙҙәре менән таныштырҙы. Ғаилә башлыҡтары (Ҡыш бабайҙар) гер күтәреп, әсәйҙәр (Ҡарһылыуҙар) скакалкала һикереп, балалары быймаларҙы алыҫлыҡҡа ырғытып ярышты. Бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙҙәрен һәләтле итеп танытҡан бар ғаиләләр ҙә иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Артабан сәхнә түре районыбыҙ һәләттәренә бирелде. “Землячки” ветерандар халыҡ хоры, “Усолочка” вокаль ансамбле, Рөстәм Хәлимов, Мгер Аванесян, район мәҙәниәт һарайының йыр ансамбле тамашасыларға йырҙарын бүләк итте.
Байрамда ҡатнашыусылар өсөн бейеү – Яңы йыл флешмобы ойошторолдо. Барыһы ла кинәнеп бейене, йырланы, күңел асты.
Яңы йыл шатлыҡлы булыуын, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ! Бәхетле булығыҙ! Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! – тигән теләктәр менән хушлашты байрамды алып барыусылар.