- Венер Фәнир улы, эш башлағас та Һеҙ район ауылдары буйлап халыҡ менән осрашыуҙар уҙғарҙығыҙ, район тураһында тәүге тәьҫораттарығыҙ ниндәй? Уның үҫеш мөмкинлектәрен нисек күҙаллайһығыҙ?
- Ғафури районы – һәр йәһәттән дә үҙенсәлекле һәм, һис шикһеҙ, перспективалы төбәк. Республикала халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы исемен йөрөткән берҙән-бер район. Бәлки, шуға ла ул мәҙәни йәһәттән яҡшы үҫешкәндер. Ғафуриҙар иһә, халыҡ менән осрашыу ваҡытында инаныуымса, бик тырыш һәм талапсан, был уларҙың йәнтөйәге яҙмышына битараф булмауын күрһәтә. Әммә бындай әүҙемлек ҙур яуаплылыҡты ла күҙ уңында тота: билдәләнгән темпты һаҡлап ҡалыу өсөн, ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Ғафури районының потенциалы ҙур, бында төрлө яҡлап үҫеш өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ.
- Район хакимиәте башлығының эше күп яҡлы, төрлө йүнәлешле. Һеҙҙеңсә ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк?
- Халыҡ менән осрашыуҙарҙа мин һәр яҡлап үҫеш өсөн ресурс-тар, тәү сиратта, финанс базаһы кәрәк булыуын билдәләнем. Аҡса булғанда күп нәмәне эшләргә мөмкин. Шуға күрә ра-йон бюджетының килем өлөшөн арттырыу - минең иң мөһим бурысым. Уны булған потенциалды тулыһынса файҙаланып, иҡтисадты үҫтереү иҫәбенә төрлө өлкәләргә инвестициялар йәлеп итеү юлы менән хәл итергә планлаштырабыҙ. Был йәһәттән туризмды, сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын перспективалы тип иҫәпләйем. Районыбыҙға килергә теләүсе туристар һаны йылдан-йыл арта. Уларҙы, тәү сиратта, “Красноусол” шифаханаһы, тоҙло шишмәләр, урман-тауҙар, ҡая-мәмерйәләр, йылға-күлдәр һәм башҡалар йәлеп итә. Беҙгә был йүнәлештә үҫешергә урын бар, шуға күрә туризмға иғтибарҙы һәм үҫеш мөмкинлектәрен арттырырға теләр инек.
Агросәнәғәт секторын, дөрөҫөрәге, уның эшкәртеү йүнәлешен үҫтереү ҙә ҙур мөмкинлектәр бирә, ул беҙҙә бөтөнләй юҡ тиерлек. Ә бит был өҫтәлмә эш урындары ла, һалымдар ҙа, үҫешкән инфраструктура ла. Шул уҡ ваҡытта Ғафури районы рес-публикала агросәнәғәт районы тип иҫәпләнә, шуға күрә был тармаҡҡа етди иғтибар бирелергә тейеш. Әйткәндәй, агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү өсөн Башҡортостанда бөтә шарттар ҙа булдырылған, ғафуриҙарҙың үҙенән инициатива ғына кәрәк. Ә беҙҙең яҡтан һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеләсәк.
- Районға инвестициялар йәлеп итеү буйынса билдәләнгән бурыстарҙы хәл итеүҙә “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” нисек ярҙам итә?
- Ваҡыт урындағы властың эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүенең бындай формаһы бик һөҙөмтәле булыуын күрһәтте. Район хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткән ултырыштарҙа төрлө инвестиция проекттарын ҡарауҙан тыш, үҙ бизнес-пландары менән мөрәжәғәт итеүселәргә нисек һәм нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙ хаҡында ла фекер алышабыҙ. Мәҫәлән, беҙ дүрт эшҡыуарға ҡорамалдар һатып алыуға финанс ярҙам күрһәттек. Глэмпингтар төҙөү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иткәндәргә элек муниципаль милектә булған ер участкалары ҡуртымға бирелде. Сауҙа үҙәген төҙөү, электр заправкаһы ҡуйыу, йәмәғәт туҡланыуы нөктәләрен асыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итеүселәргә лә ярҙам күрһәтелде.
- Венер Фәнир улы, бөгөнгө көндә тағы бер өҫтөнлөклө йүнәлеш булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү тора. Был эште нисек баһалайһығыҙ?
- Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк район халҡы был бик тә мөһим һәм кәрәкле эшкә әүҙем ҡушылды. Алғы һыҙыҡтағыларға даими рәүештә аҙыҡ-түлек, йылы кейем, медикаменттар, техника йыйыла һәм оҙатыла. Һәр кем яугирҙар өсөн борсола һәм ауыр минутта һалдаттарыбыҙға ярҙам итеү теләге менән ярҙам күрһәтә. Был эште, һис шикһеҙ, артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә, шулай уҡ һаулыҡ торошо буйынса демобилизацияланған яугирҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай. Уларға “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы йүнәлеше бу-йынса кәрәкле психологик, документтар менән эшләүҙә һәм башҡа ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары килеп тыуған һорауҙар һәм проблемалар менән беҙгә мөрәжәғәт итә, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, кеше дүрт стенала бикләнергә, проблемалар менән яңғыҙ ҡалырға тейеш түгел, киреһенсә, ул йәмғиәттә үҙен кәрәкле итеп тойорға тейеш, тип иҫәпләйем. Бына ошо йүнәлештә эшләйбеҙ.
- Ғафуриҙар һеҙҙе әүҙем етәксе булараҡ танып та өлгөрҙө, ләкин әлегә һеҙҙең хаҡта бер нәмә лә белмәйҙәр. Үҙегеҙ, ғаиләгеҙ тураһында һөйләһәгеҙсе.
- Мин күрше Ишембай ҡалаһынанмын. Тәүҙә Башҡорт дәүләт университетында “Юрис-пруденция” һөнәре буйынса, һуңынан Башҡорт дәүләт аграр университетында “Урман хужалығы” һөнәре буйынса белем алдым. Хеҙмәт эшмәкәрлегемде республика министрлыҡтарының береһендә юрист вазифаһынан башлап, әйҙәүсе белгес, артабан бүлек начальнигы булдым, ә һуңғы ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығында министр урынбаҫары булып эшләнем.
Ҡатыным менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Үҙ еремде, Тыуған илемде яратҡан кеше булараҡ, мин иң тәүҙә балаларымда илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә тырышам. Улар үҙ сиратында беҙҙе уҡыуҙағы уңыштары, спорттағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандыра. Беҙ үҙебеҙ ҙә атай-әсәйебеҙҙе онотмаҫҡа тырышабыҙ, йыш ҡына яндарына ҡайтып, ярҙам итәбеҙ, һәм, дөйөм алғанда, ғаиләбеҙ менән күберәк ваҡыт үткәрергә тырышабыҙ. Бына киләһе Яңы йыл да минең өсөн тәү сиратта ғаилә байрамы.
- Киләһе йылда ғафуриҙарға нимә теләр инегеҙ?
- Иң мөһиме сабырлыҡ һәм үҙ-үҙеңә, үҙ көсөңә һәм барыһы ла яҡшы булырына ышаныс теләр инем, сөнки әлеге мәлдә беҙгә был бик мөһим. Яңы 2025 йыл һәр кемгә именлек, ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар алып килһен.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Венер Фәнир улы! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.