+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2024, 04:00

Владимир Путиндың «Йыл йомғаҡтары»ндағы төп белдереүҙәре

Рәсәй Президенты матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән тура бәйләнеш үткәрҙе. Быйыл ул 4,5 сәғәт дауам итте. Тура бәйләнешкә бөтәһе 2,48 миллион һорау килде.

Владимир Путиндың  «Йыл йомғаҡтары»ндағы төп белдереүҙәреВладимир Путиндың  «Йыл йомғаҡтары»ндағы төп белдереүҙәре
Владимир Путиндың «Йыл йомғаҡтары»ндағы төп белдереүҙәре

Ил иҡтисады тураһында
Владимир Путин әйтеүенсә, былтыр Рәсәй иҡтисадының үҫеше 3,6% тәшкил иткән, ә быйыл 3,9% буласаҡ, ә бәлки – 4%. Әммә хәүефле сигналдар бар – инфляция. Дөйөм алғанда, хәлдәр тотороҡло һәм ышаныслы.
Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы тураһында
Рәсәй ит менән үҙен тулыһынса тәьмин итә, ҡулланыу күләме йылына бер кешегә – 80 килограмм самаһы, донъяла 42 килограмм тәшкил итә. Һөт һәм аҡ май менән дә ошоға оҡшаш хәл. Хаҡтарҙың артыуы – насар нәмә, әммә беҙ уны йырып сыға аласаҡбыҙ. Бында донъя хаҡтарының үҫеше һәм уңыш та роль уйнай. Санкциялар мөһим әһәмиәткә эйә түгел.

Махсус операция һәм Курск өлкәһе тураһында
Фронттағы хәлдәр ҡырҡа үҙгәрә. Фронттың бөтә линияһы буйынса көн һайын хәрәкәт бара. Яугирҙарыбыҙ квадрат километрҙарға тиң биләмәләрҙе ала бара. Уларҙың бөтәһенә лә – Курск өлкәһендә һуғышҡандарға ла, шулай уҡ фронттың бөтә линияһында хәрби хеҙмәттә булғандарға уңыштар, еңеүҙәр һәм тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.
Курск өлкәһенән украин ғәскәрҙәрен тулыһынса ҡыуып сығарасаҡбыҙ. Көнөн аныҡ әйтмәйем, әммә: а) мотлаҡ ҡыуып сығарасаҡбыҙ; б) артабан күрелгән зыянды билдәләйәсәкбеҙ; в) барыһын да тергеҙәсәкбеҙ.
Юл селтәрен, коммуналь инфраструктураны, социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы (мәктәптәр, балалар баҡсалары), клубтарҙы, торлаҡ йорттарҙы тергеҙәсәкбеҙ, һуңғыһына сертификаттар биреләсәк.
Көнбайышта ҡайһы бер эксперттар уйлауынса, «Орешник»ты бәреп төшөрөүе еңел. Шундай һынау, технологик дуэль үткәрергә була: әйтәйек, Киевта бер объектты билдәләһендәр, барлыҡ һауа оборонаһы, ракетаға ҡаршы оборона көстәрен туплаһындар, ә беҙ «Орешник» ебәрәсәкбеҙ, шунан ҡарарбыҙ – нимә булыр. Беҙ бындай һынау уҙғарырға әҙер.
Президент әйтеүенсә, Курск өлкәһендә һуғышҡан һалдаттарға хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ аҡса түләнмәүе – етешһеҙлек.
«Барыһын да төҙәтербеҙ, барыһы ла хәрби бәрелеш һыҙығында Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгән хәрбиҙәргә тейешле түләүҙәрҙе аласаҡ. Бығаса түлән­мәгәнен дә иҫәпкә алырбыҙ», – тине ул.
Әгәр кире ҡайтыу мөмкинлеге булһа, 2022 йылдың февралендәге ҡарарҙы үҙгәртер инегеҙме, тигән һорауға Владимир Путин: «Хәҙерге көндәге хәлдәрҙе алдан күҙаллау мөмкин булһа, нимә тураһында уйлар инем? Ҡабул ителгән ҡарарҙы тағы ла иртәрәк эшләргә кәрәк булған. Ошоларҙы белеп, махсус хәрби операцияға әҙерләнергә кәрәк ине. 2022 йылғы ваҡиғалар уларға етди әҙерлекһеҙ башланды. Хәлдең насарайыуын көтөү мөмкин түгел ине», – тип яуапланы.
Ошо өс йыл барыбыҙ өсөн дә етди һынау булды, тип билдәләне Президент. «Мин әҙерәк шаярта һәм көлмәй башланым тиерлек», – тине ул.

«Көсһөҙ Рәсәй» тураһында
Американың NBC телеканалы журналисы, Рәсәй «көсһөҙ позицияла», тип белдерҙе һәм, һеҙҙең ил һөйләшеүҙәр ваҡытында нимә тәҡдим итә аласаҡ, тип һораны.
«Хөрмәтле коллега, һеҙ һәм һеҙгә эш хаҡы түләгән кешеләр Рәсәйҙең хәле мөшкөл булыуын ныҡ теләйһегеҙ. Рәсәй уҙған ике йылда киреһенсә көслөрәккә әйләнде. Беҙ ысын мәғәнәһендә үҙаллы илгә әүереләбеҙ, Рәсәй нығынды, һәм беҙ, башҡаларҙың фекеренә ҡарамайынса, ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ, бары тик милли мәнфәғәттәребеҙгә таянасаҡбыҙ», – тип яуап бирҙе Владимир Путин.

Мигранттар тураһында
Рәсәйҙә миграция мәсьәләһе киҫкен тора, ә Европала ул тағы ла киҫкенерәк. Мигранттар үҙҙәре йәшәгән илде хөрмәт итһен өсөн, уларға ҡәтғиерәк талаптар ҡуйырға кәрәк. Килгән кешеләрҙең ҡыҫымға дусар булмауы зарур, бының өсөн һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьминәт өлкәһендә тейешле хоҡуҡтар, гарантиялар тәьмин ителергә тейеш, әммә был ерле халыҡҡа өҫтәмә йөкләмә булып ятмаһын һәм улар үҙҙәрен ҡыйын хәлдә тоймаһын. Әлегә Рәсәйҙә йөҙәр мең эшсе ҡулдар етмәй. Үҙҙәрен Рәсәйҙең бер өлөшө итеп тойғандар, рус донъяһының бер өлөшө тип иҫәпләгәндәр, рус телен белгәндәр юғары квалификациялы белгес булып тора. Беҙ шундайҙарға иҫәп тотабыҙ.

Льготалы ипотека тураһында
Лимиттар бөтөү арҡаһында кешеләрҙең үҙҙәренә тейешле ғаилә ипотекаһын ала алмау осраҡтарын Владимир Путин баш-баштаҡлыҡ тип атаны һәм дәүләт яғынан бер ниндәй лимиттар булырға тейеш түгеллеген белдерҙе.
«Беҙ хөкүмәт менән бер ниндәй лимит булдырмау хаҡында һөйләштек», – тине Путин. Президент шулай уҡ ғаилә, ауыл хужалығы, IT ипотекалар һаҡлана, сөнки «бюджет аҡсаһын экономиялауҙан ҙур мәғәнә юҡ», тип билдәләне. Хөкүмәт кәрәкле субсидиялар күләмен тәьмин итәсәк һәм был өлкәлә тәртип буласаҡ.

Тура бәйләнеш тамамланғас та Рәсәй Финанс министрлығы программанан лимиттар механизмын алып ташлау өсөн «Ғаилә ипотекаһы» ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр әҙерләй­әсәген хәбәр итте.

Мутлашыусыларға ҡаршы көрәш тураһында
Мутлашыусылар ил халҡынан 250 миллиард һумдан ашыу аҡса алған. Банктар тиҙ арала кредит бирергә өйрәнде, әммә улар түләү һәләтлелеген тикшерергә тейеш. 50 мең һумға тиклем кредиттарҙы онлайн режимында тиҙ арала бирһендәр. Ә 50-нән 200 мең һумға тиклем сумма булһа, кешеләргә уйлау өсөн бер нисә сәғәт бирергә, өҫтәмә тикшерергә кәрәк. Ә инде кредит 200 мең һумдан артһа – бер нисә көнгә һуҙырға. Был мәсьәләләр Дәүләт Думаһында ла, Үҙәк банкта ла тикшерелгәнен беләм.
Минең таныштарыма ла шылтыраталар. Таныш түгел тауышты һәм һәр төрлө тәҡдимдәрҙе ишетеү менән улар шунда уҡ бәйләнеште өҙә. Илдең бөтә граждандарына ла шулай эшләргә кәңәш итәм.

Балаларға иғтибар тураһында
«Конфессия вәкилдәре менән осрашҡанда, мин уларҙан йыш ҡына һорайым: һеҙгә көнкүреш кимәлендә аралашҡанда кешеләр йышыраҡ нимә тураһында һөйләй? Нимәгә үкенәләр? Һүҙ тәүбә итеү сере хаҡында бармай, әлбиттә. Беләһегеҙме, нимә тип яуап бирәләр, нимәгә үкенәләр – балаларына ваҡытты аҙ бүлеүҙәре тураһында. Яңы йыл – ул ғаилә байрамы – һәм Раштыуа алдынан яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлеүегеҙҙе теләйем».

Шәхси тормош тураһында
«Дуҫтарым һәм яҡындарым менән йышыраҡ осрашып, улар менән сәй эсергә, аралашырға теләр инем». Ул шулай уҡ «яҡын бәләкәстәре менән» әкиәттәргә нигеҙләнгән кино ҡарарға яратыуы хаҡында ла һөйләне.
«Мин Рәсәйгә ғаиләгә ҡараған кеүек ҡарайым. Ул – тәү сиратта кеше­ләр», – тине Владимир Путин һәм рәсәй­ҙәрҙең уңыштарына яҡындарының ҡаҙаныштарына шатланған кеүек ҡыуаныуын белдерҙе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас