Ҡәҙимге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙән тыш, был байрамда тағы бер нисә ябай талапты теүәл үтәгеҙ:
- Шыршыны ныҡлы нигеҙгә беркетеп, бүлмәнән инеү-сығыуҙы ҡапламаҫлыҡ итеп урынлаштырығыҙ, уны шәмдәр һәм тиҙ ҡабыныусан уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ. Заводта етештерелгән, ярашлылыҡ сертификаты булған, төҙөк, һәйбәт эшләгән гирляндалар менән генә яҡтыртығыҙ.
Пиротехник әйберҙәр менән эш иткәндә бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә кәрәк:
1. Уларҙы тик махсус магазиндарҙан ғына алығыҙ, мотлаҡ яраҡлылыҡ ваҡытын, ярашлылыҡ сертификатын һәм ҡабының торошон тикшерегеҙ – ваҡыты сыҡҡан, еүешләнгән пиротехника эшләмәҫкә мөмкин.
2. Ҡабыҙыр өсөн янып китерҙәй әйберҙәрҙән таҙартылған дөрөҫ майҙан (кәмендә 50х50 м) һайлағыҙ. Ҡарап тороусыларға пиротехника осоролған майҙансыҡтан 15-20 метр алыҫлыҡта, елгә ҡаршы яҡлап торорға кәрәк. Торлаҡ йорттар һәм башҡа ҡаралтыларға яҡын урында үргә табан атылыусы әйберҙәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
3. Пиротехниканы өлкән, айныҡ кеше генә ебәрһен, балаларҙан осортмағыҙ (бенгаль уттары, хлопушкаларҙы ярай).
4. Фейерверк алғанда инструкцияһын ентекләп уҡығыҙ.
5. Фейерверк осмаһа, быҫҡып ятмағанына ышаныр өсөн ун минут көтөгөҙ – браклы салют һуңлап ҡабыныуы ихтимал.
6. Салютҡа әҙерләнгәндә янғын һүндереү саралары алырға онотмағыҙ. Ут ҡапҡан фейерверкты одеял, куртка йәки бүтән туҡыма әйбер ҡаплап һүндерергә тырышмағыҙ – фейерверктарҙың күптәре кислород килмәһә лә яна. Ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе йәки огнетушитель ҡулланығыҙ.
“Янғынға ҡаршы айырыуса режим”
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2024 йылдың 16 декабрендәге 1495-р һанлы бойороғона ярашлы, 2024 йылдың 27 декабренән 2025 йылдың 9 ғинуарына тиклем республикала янғынға ҡаршы айырыуса режим индерелә, уға ярашлы урындағы үҙидара органдарына түбәндәге саралар комплексын бойомға ашырырға ҡушыла:
- кешеләр ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, янғын хәүефһеҙлеге талаптары боҙолған объекттарҙа күмәк мәҙәни саралар үткәреүҙе, шул иҫәптән асыҡ ут (факел, шәмдәр һ.б.), фейерверк һәм башҡа утлы эффекттар ҡулланыуҙы тыйырға;
- кешеләр күпләп йыйыла торған объекттарҙа янғынға ҡаршы пландан тыш инструктаждар, янғын һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуыу осраҡтарында эвакуациялау буйынса тренировкалар үткәрергә;
- Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары уҙғарылған барлыҡ объекттарҙа һәм урындарҙа яуаплы вазифалы кешеләрҙең дежурлығын ойошторорға;
- кешеләр, айырыуса хәрәкәтһеҙ һәм насар хәрәкәтләнеүсе кешеләр тәүлек әйләнәһенә була торған объекттарҙа янғынға ҡаршы режимды көсәйтеү сараһы күрергә, шул иҫәптән дежур персоналдың смена иҫәбен арттырыу һәм дежурлыҡ итеүгә контролде көсәйтеү юлы менән;
-тораҡ пункттарға, биналарға һәм ҡоролмаларға, янғын гидранттарына һәм һыу ятҡылыҡтарына килеү урындарын, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы тәьмин итергә;
- Яңы йыл шыршылары иллюминацияһы сифатында янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлылыҡ сертификаттары булған әйберҙәр ҡулланырға; өҙлөкһөҙ технологик процесс менән бәйле булмаһа, утлы һәм башҡа хәүефле эштәрҙе тыйырға;
- махсус йыһазландырылған урындарҙан башҡа ерҙә асыҡ ут тоҡандырыуҙы тыйырға, шул иҫәптән ашарға әҙерләү өсөн дә;
- урындағы үҙидара органдарына пиротехник әйберҙәр ҡулланыу (фейерверк, салют осороу) өсөн, биналар һәм ҡоролмаларҙан хәүефһеҙ арауыҡ тәьмин ителеүен иҫәпкә алып, махсус урындар (майҙансыҡтар) билдәләргә һәм уларҙың ҡайҙа урынлашҡанын халыҡҡа еткерергә, пиротехник әйберҙәрҙе хәүефһеҙ ҡулланыу ҡағиҙәләре яҙылған мәғлүмәт стендтары урынлаштырырға;
- янғынға ҡаршы айырыуса режим ғәмәлдә булған осорҙа махсус майҙансыҡтарҙан башҡа урындарҙа 1-3 класс хәүефле пиротехник әйберҙәрҙе ҡулланыуҙы тыйыу индерергә.
Янғынға ҡаршы айырыуса режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре күҙәтелмәһә, административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйеплеләр РФ КоАП-ының 20.4-се статьяһы 2-се өлөшөнә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла: граждандарға – 10 мең һумдан 20 меңгә; вазифалы кешеләргә – 30 меңдән 60 мең һумға тиклем; юридик берәмек ойошторма-йынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыусы кешеләргә – 60 меңдән 80 меңгә тиклем; юридик берәмектәргә – 400 меңдән 800 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы ла бар.
Бәләкәй генә ут сығыуын күреп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән янғын хеҙмәтенең берҙәм телефондары: “101”, “01”, “112” (барлыҡ кәрәҙле бәйләнеш операторҙары өсөн) - буйынса Ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, кешеләрҙе эвакуациялай һәм ҡул аҫтындағы саралар менән утты һүндерә башлағыҙ. Бөтә был талаптарҙы үтәп, һеҙ үҙегеҙгә яҡшы кәйеф һәм күңелле байрам тәьмин итерһегеҙ. Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәгеҙ! Онотмағыҙ: үҙегеҙҙең ғүмерҙең, һаулыҡтың һәм мөлкәттең именлеге бары тик үҙегеҙҙең ҡулда!
Илшат САТТАРОВ,
Ауырғазы район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы,
эске хеҙмәт подполковнигы.