Күп итеп йәшеллек һибелгән, үләндәр ҡушып әҙерләнгән ризыҡтар, салаттар, йәшел емеш-еләк һайлағыҙ. Йылан ит тә ярата: балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары, йомшаҡ ҡына ҡуян һәм тауыҡ иттәре әҙерләгеҙ. Ә бына “ҡыҙыл” итте (һыйыр, һарыҡ, йылҡы итен) ул өнәмәй. Эсемлектәрҙән тәбиғи һуттар, морстар, компоттар оҡшар, ә бына “бызырлаусы” эсемлектәр йыландың асыуын ҡабартыр. Йәнә ҡырҡыу еҫле соустарҙы, ыҫланған ашамлыҡтарҙы әлегә ситкә ҡуйып тороғоҙ.
“Шыршылар” ҡабымлығы
Кәрәк була (3 шыршыҡайға):
йомортҡа – 1 дана, йомшаҡ сыр – 100 г, эремсек сыры – 2 аш ҡалағы, черри помидорҙары – 2 дана, һарымһаҡ – 1 тырнаҡ, укроп – 30 г, крекер печеньеһы – 3, гранат емештәре.
Ҡаты бешкән йомортҡа менән сырҙы ваҡ ҡырғыста ҡырырға. Помидорҙы ваҡ итеп турап, артыҡ һутын ағыҙып алырға. Тәрән һауытта ҡырылған йомортҡа, сыр, туралған помидорҙы бергә ҡушып болғарға, шуға эремсек сырын, һарымһаҡ һығып өҫтәргә. Ошо массаны бер ҡалаҡ итеп усҡа алып, конус рәүешле итеп әүәләргә лә, ваҡлап туралған йәшел укропта бутап алырға. Һәр конусты крекер өҫтөнә ултыртып, гранат емештәре менән биҙәргә.