+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2024, 05:10

Байрам өҫтәленә нимәләр әҙерләргә?

Затлылыҡ яратыусы Йыланды еңел үҙләштерелеүсе, матур итеп бирелгән ризыҡтар һөйөндөрөр.

Байрам өҫтәленә нимәләр әҙерләргә?Байрам өҫтәленә нимәләр әҙерләргә?
Байрам өҫтәленә нимәләр әҙерләргә?

Күп итеп йәшеллек һибелгән, үләндәр ҡушып әҙерләнгән ризыҡтар, салаттар, йәшел емеш-еләк һайлағыҙ. Йылан ит тә ярата: балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары, йомшаҡ ҡына ҡуян һәм тауыҡ иттәре әҙерләгеҙ. Ә бына “ҡыҙыл” итте (һыйыр, һарыҡ, йылҡы итен) ул өнәмәй. Эсемлектәрҙән тәбиғи һуттар, морстар, компоттар оҡшар, ә бына “бызырлаусы” эсемлектәр йыландың асыуын ҡабартыр. Йәнә ҡырҡыу еҫле соустарҙы, ыҫланған ашамлыҡтарҙы әлегә ситкә ҡуйып тороғоҙ.

Ҡыярҙан урама

Кәрәк була: оҙон ҡыяр – 2 дана, авокадо – 1, эремсек сыры – 2 аш ҡалағы, йомшаҡ сыр – 80 г, кедр йәки әстрхан сәтләүеге – 50 г, тоҙ, борос.
Ҡыярҙы буйынан-буйына йоҡаҡ телемдәргә киҫергә. Сырҙы ҡырғыста ҡырырға, авокадоны сәнске менән иҙергә. Авокадо, сыр һәм эремсек сырын бергә ҡушып, тоҙ, борос һибеп, яҡшылап бутарға. Сәтләүектәрҙе өҫтәргә. Ошо массаны ҡыяр телемдәренә һылап, урама итеп төрөргә лә, теш таяҡсалары менән тоташтырып ҡуйырға.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас