Яңылыҡтар
29 Декабря 2024, 05:05

Килер йыл ниндәй булыр, уны нисек ҡаршыларға?

Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса, киләһе 2025 йыл Йәшел Ағас Йылан ҡурсыуы аҫтында үтәсәк. Ул, Ай календарына ярашлы, 2025 йылдың 29 ғинуарында башланып, 2026 йылдың 16 февраленә тиклем дауам итәсәк.

Килер йыл ниндәй булыр, уны нисек ҡаршыларға?Килер йыл ниндәй булыр, уны нисек ҡаршыларға?
Килер йыл ниндәй булыр, уны нисек ҡаршыларға?

Йылды нисек ҡаршы алабыҙ?

Йылан йылын ҡаршылауға килгәндә, өйҙә ысын шыршы ҡуйыу хуплана – ул йыл стихияһына ла, төҫөнә лә тап килеп кенә тора. Байрамға йорт-ерҙе биҙәгәндә лә тәбиғи материалдар, йәшел аксессуарҙар бара.

Ниндәй кейем һайларға?

Нәзәкәтле, нескә зауыҡлы Йыланды лайыҡлы ҡаршылайым тиһәң, затлы туҡыманан ҡупшы-нәфис тегелешле кейем һайлағыҙ. Төҫтәр ағас стихияһына тап килһен: йәшелдең, көрәндең барлыҡ төҫмөрҙәре, шулай уҡ көмөш һәм мәрүәт (перламутр) килешер. Йыландар төйәге – сүллек-далалар, ҡом, таш, тупраҡ төҫтәрен иҫкә төшөрөп, шуларҙы һайларға була. Кейем тап һанап үтелгән төҫтәрҙә булмаһа ла, өҫ-башығыҙҙағы берәй деталде шул төҫтә һайларға була. Ә бына “ағыулы”, һәм “неон” төҫтәрҙән, үтә ҡысҡырып торған биҙәктәрҙән ҡасығыҙ. Тәбиғәт биҙәктәре: япраҡ, үлән-сәскәләр төшкән, йә булмаһа йылан биҙәген төҫмөрләткән принттар хуплана. Күлдәктәрҙең атлас, сатин, ебәк кеүек шыуып торған туҡымалыһына өҫтөнлөк бирегеҙ. Иң мөһиме – зауыҡ, сама тойғоһон онотмағыҙ, үҙ-үҙегеҙ булып ҡалығыҙ.

Ғөмүмән, Яңы йылды ҡаршылағанда ғына түгел, модала дөйөм йүнәлеш шундай: тәбиғи материалдар (кизе-мамыҡ, етен, бамбук) - кеше менән тәбиғәттең берлеген күрһәтә; ассимметрия – бер еңле күлдәк-блузкалар, итәге бер яҡҡа оҙонайтылған кейемдәр үҙгәрешкә әҙерлекте, тигеҙһеҙлектә лә камиллыҡ таба белеүҙе аңлата; кәүҙәгә ятып торған, билле кейемдәр – киң һәм ҙур “оверсайз”ды ҡыҫырыҡлап, яңынан модаға инә; трансформер кейемдәр – бер деталде төрлөсә итеп, көндәлеккә лә, эшкә лә, байрамға ла кейеп булыуы практиклыҡҡа ишара. Шулай уҡ киләһе йылдарҙа киң, ҙур яурынлы, иңбашы биҙәкләнгән кейемдәр модаға ҡайта.

Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас