-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар , 10:00

Гимназистар әүҙемдәр

Ирекмәндәр - ваҡытын һәм үҙен йәлләмәй йәмғиәткә изгелек ҡылыусылар. Һуңғы йылдарҙа уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Гимназистар әүҙемдәр
Гимназистар әүҙемдәр

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ла ирекмәндәр хәрәкәте киң йәйелдерелгән. Улар ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә лә, оло йәштәге хеҙмәт ветерандарына ла ярҙам итеүҙе үҙҙәренең төп бурысы итеп һанайҙар. Илдә барған ауыр һынауҙан ситтә ҡалмай, яу ҡырында йөрөгән һалдаттарыбыҙға ярҙам итеүҙең мөһимлеген һәм кәрәклеген аңлап, маскировка селтәрҙәре үреү, май шәмдәре эшләү, посылкалар әҙерләү кеүек эштәрҙе төп бурыс итеп алып, берҙәм башҡаралар.
Ошо арала яугирҙарыбыҙ өсөн беҙ тағы ла Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләнек. Тәм-томдар араһына уҡыусыларыбыҙ үҙ ҡулдары менән төшөргән һүрәттәрҙе һалып, йөрәк түренән сыҡҡан хат-сәләмдәрен юлланыҡ. Етеп килгән 2025 йылдың тыныс килеүен юраныҡ.

Ләйсән НИҒӘМӘТОВА,
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт
гимназия-интернаты тәрбиәсеһе.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: