-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ғинуар , 13:50

Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...

Яңы йылды “Вәғәҙәләр йүгереүе” менән башлап ебәреү районыбыҙҙа матур күренешкә әйләнгән. Спортты үҙ итеүселәр бер ергә тупланып, үҙҙәренә яҡшы вәғәҙә, теләк, маҡсаттар ҡуя. Йылдың-йылы “Йәшлек” ял паркында үткән был марафонға ҡушылыусылар ҙа арта.

Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...

1 ғинуарҙа иртә менән марафонға килеүселәр алдан уҡ баҫтырылған ҡағыҙға 2025 йылға вәғәҙәләрен, теләктәрен яҙып түштәренә таҡтылар. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов һәм район хакимиәтенең физкультура-спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙеләр.  

  • Бөгөнгө тәбиғәт торошона ҡарап, йылдың уңышлы, бай булыуын күҙалларға була. Сөнки, ҡар - байлыҡ билдәһе. Быйылғы йыл шулай уҡ һәйбәт ваҡиғаларға бай булһын. Спорт – сәләмәтлектең нигеҙе, физкультура менән шөғөлләнәйек, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым, һаулыҡ, уңыштар, тыныс күк йөҙө теләйем, - тине Венер Фәнир улы.

Бына түштәренә вәғәҙә иткән теләктәрен яҙып элгән йүгереүселәр старт һыҙығына баҫты. Унда ҡатнашыусыларға 2025 метрға йүгереү шарт ине. Бында “Күберәк спорт менән шөғөлләнергә”, “Яҡшы уҡырға”, “ЕГЭ-ға ныҡлы әҙерләнергә” тигән вәғәҙәләр булһа, ә иң күбеһе “Бөтә донъяла тыныслыҡ булһын!” тигән теләкте яҙған ине. Марафонда төрлө йәштәгеләр ҡатнашты, ғаилә менән килеүселәр ҙә, балаларын санаға, шыуғыстарға ултыртып был араны ураусылар ҙа күп булды. Кемдер атлап, кемдер йүгереп, иң мөһиме – барыһы ла яҡшы вәғәҙәләр тормошҡа ашһын өсөн тейешле араны үтте.

Яңы йылда бар вәғәҙәләребеҙ, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, үҙебеҙ һау-сәләмәт, донъялар тыныс булһын, спортты яратайыҡ.

Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Яңы йылға өр-яңы теләктәр теләп...
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: