- Красноусол ауылында йәшәүсе әсәйем Әлфиә Вәлиулла ҡыҙын, ҡатыным Эльвира менән ҡыҙҙарымды, шулай уҡ тотош район халҡын, элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәремде Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлайым, - тип хәбәр ебәрә ул.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем ул район юл төҙөү-ремонтлау хужалығында водитель булып эшләгән. 2023 йылдың октябрендә хәрби операцияға юлланып, бөгөнгө көндә Төньяҡ Донецк йүнәлешендә артиллерия расчеты водителе булып хеҙмәт итә.
Илебеҙ именлеге өсөн барған хәрби операцияла беренсе көндәрҙән үҙен ысын ил һаҡсыһы итеп танытҡан Раил Ришат улы август айында Рәсәй Оборона министрлығының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалы менән бүләкләнһә, күптән түгел генә ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Жуков миҙалына лайыҡ була.
- Яңы йыл яҡындарыма, тотош райондаштарға шатлыҡ-һөйөнөстәр генә алып килһен, илебеҙҙә именлек урынлашһын, барыбыҙ ҙа иҫән-имен булайыҡ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тигән теләктәр юллай алғы һыҙыҡтағы яугир.
Ғафури яугирының теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Эйе, бөгөн барыбыҙҙы ла ошо бер уй-теләк берләштерә: илдә тыныслыҡ урынлашып, барса ир-егеттәр ата-әсәйҙәре, ғаиләләре, яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, һәр йортта, ғаиләлә бәхет тантана итһен.
М.Мәмәтҡолова.