-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ғинуар , 17:05

Янғын осрағында уҡыусы өсөн 10 ҡағиҙә

Ҡотҡарыусылар фекеренсә, янғын ваҡытында балаларҙың үҙҙәрен нисек тотоуын белеп, хәлде тейешле баһаларға һәм дөрөҫ эш итергә мөмкин.

Янғын осрағында уҡыусы өсөн 10 ҡағиҙә
Янғын осрағында уҡыусы өсөн 10 ҡағиҙә
  1. Өлкәндәргә хәбәр итергә, 101-се номерына шылтыратырға һәм адресыңды әйтергә.
  2. Әгәр ата-әсә янда юҡ икән, ә эргәлә бәләкәй балалар булһа, уларҙы бинанан сығарырға.
  3. Янғын сыҡҡан бүлмәнән сығып, ишекте ябырға.
  4. Әгәр бүлмәләр төтөн менән тулһа, ишеккә табан шыуышып барырға.
  5. Һыуланған туҡыма аша тын алырға.
  6. Ҡысҡырыуҙарға яуап биреп, үҙеңде ҡотҡарыусыларға ярҙам ит.
  7. Әгәр ут ишеккә юлды өҙһә, балконға сығырға, тәҙрәне асырға һәм ярҙам һорап ҡысҡырырға.
  8. Әгәр ҙә килеп сыҡмаһа, ялҡын ялмаясаҡ әйберҙәр аҫтына йәшеренмәйенсә, стеналарға яҡыныраҡ торорға.
  9. Мөмкинлек булһа, ваннаны тултырырға, һулыш алыу өсөн торба табырға һәм уның менән һыуға ятырға.
  10. Өҫтөңдәге кейем янып китһә, йүгерергә түгел, ә тиҙ генә сисеп, һүндерергә кәрәк. Әгәр килеп сыҡмаһа, ут бик ныҡ ялмап алһа, туҡымаға (юрған, япма) уралып, ялҡынды һүндереү өсөн иҙәнгә ятып әйләнергә.
 
Янғын осрағында уҡыусы өсөн 10 ҡағиҙә
Янғын осрағында уҡыусы өсөн 10 ҡағиҙә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: