Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылында шәхси бүрәнә йортта янғын сыҡҡан. Утты ирекле янғын һүндереү командаһы һәм БР МЧС-ы көсө менән һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йортто һүткәндә 47 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған, ул йорт хужаһы тип фаразлана, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Янғындың сәбәбе асыҡлана.
Башҡортостанда яңы йылда янғындарҙа биш кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында аңлатыуҙарынса, янғындар йыш ҡына электр үткәргесенең эшләмәүе йәки мейес һәм ут менән дөрөҫ эш итмәү арҡаһында була. Янғын һүндереүселәр сымдарҙың һәм төтөн үткәргестәрҙең торошон тикшерергә, мейестәрҙе һәм эшләгән электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.