Һәр нәмәнең дә нигеҙендә ғаилә тора. Баланың ниндәй мөхиттә тәрбиәләнеүенә ҡарап, уның киләсәктәге йәшәйеше лә билдәләнә, минеңсә. Мөхәббәтле, татыу, бер-береһенә ихтирамлы Мөхәрмәтовтар ғаиләһендә тәртипле, аҡыллы, спорт һөйөүсе, талантлы өс бала донъяға килә. Ғаилә ауылдың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Балалары ла мәктәптә яҡшы уҡыйҙар, район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашалар, шулай уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр. Күп ваҡыт уларҙы башҡаларға үрнәк итеп ҡуялар.
Бурлы урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған Ләйсән, Салауат ҡалаһындағы педагогия колледжына уҡырға кереп, уны уңышлы тамамлай. Һәм шул уҡ йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Йәш белгесте районыбыҙҙың Ҡарағай мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Тик эш хаҡының түбән булыуы ҡыҙҙы ҡәнәғәтләндермәй, һәм киләһе йәйенә ул Өфөгә барып эшкә урынлаша, ике йыллап эшләй әле ул унда.
Тормошо үҙ ағышы менән китеп барғанда, ул радионан белдереү ишетә. “Ютэйр” авиакомпанияһы бортпроводниктар әҙерләү өсөн кастинг үткәреүе тураһында була ул. Ләйсән оҙаҡ уйлап тормайынса, көсөн һынап ҡарарға була. Унда һеңлеһе Илүсә менән баралар. Ә кастинг үтергә теләүселәрҙең күплеге!.. 1800 кешенән бары тик 120-һен генә һайлап алалар, был юлы һеңлеһе үтмәй. Илүсә икенсе йылына йәнә ҡатнаша һәм был юлы уға ла уңыш йылмая. Апалы-һеңлеле стюардесса булып эшләй башлайҙар, һауа киңлектәрен иңләйҙәр. Авиакомпания етәкселеге ҡыҙҙарҙың тырышлығын, тәүәккәллеген, яуаплылығын, белемлелеген, намыҫлылығын тиҙ күреп ала һәм уларҙы яуаплы, оҙайлы, хеҙмәт хаҡы юғары булған осоштарға тәғәйенләй. Уларҙың икәүһенә лә бизнес-класс пассажирҙарын хеҙмәтләндереүҙе ышанып тапшыралар. Күп тә үтмәй, икеһен дә өлкән бортпроводница дәрәжәһенә күтәрәләр һәм бригадир итеп ҡуялар.
Һауа киңлектәре Ләйсәнде буласаҡ тормош иптәше Айҙар менән дә таныштыра. Ул да Ләйсән менән бер ваҡытта бортпроводник булыу өсөн кастинг үткән икән. Күпмелер ваҡыт дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр матур ғаилә ҡороп ебәрә. Икеһе лә республикабыҙҙың һауа юлдарында хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә улар береһенән-береһе матур, талантлы өс бала үҫтерә.
Бер-бер артлы балалар тыуғандан һуң, Ләйсәнгә оҙаҡ декрет ялында ултырырға тура килә. Ләкин ул өйҙә тик кенә ултыра торғандарҙан түгел, үҙ алдына күп нәмәләргә өйрәнә.
Көндәрҙән бер көндө уның тормошонда киҫкен боролош яһала. Тормош иптәше Айҙарҙың ауылдашы Зөһрә Ләйсәнгә Өфөлә үтәсәк “Леди совершенство России” конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Ул Ләйсәндең әүҙемлеген социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп барған икән. Ләйсән конкурста ҡатнашырға риза булһа ла, иптәше ҡәтғи ҡаршы төшә, ата-әсәһе лә кейәүҙәрен хуплай. Тик Ләйсәнде ҡаршылыҡтар туҡтатмай, үҙенә хас ныҡышмалылыҡ менән конкурсҡа әҙерләнә башлай. Конкурс тип әйтеү генә еңел: сәхнәлә үҙең менән таныштырырға, талантыңды күрһәтергә, костюмдарын да әҙерләргә, подиумда йөрөргә өйрәнергә һ.б. Өйҙә өс баланы һәм ирен дә тәрбиәләргә кәрәк бит әле. Ғаилә ҡаршы булғас, Ләйсәнгә бары тик үҙ көсөнә генә ышанырға ҡала.
Бына конкурс көнө лә килеп етә. Башлыса Башҡортостаныбыҙҙан һәм илебеҙҙең бер нисә ҡалаһынан килгән конкурсанттар ҡатнаша был бәйгелә. Тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы бушҡа китмәй - ул был мәртәбәле конкурста беренсе урынды яулай. “Алдымда торған ҡаршылыҡтар булмаһа, бәлки, мин бындай уңышҡа өлгәшмәгән дә булыр инем”, - ти Ләйсән. Жюри ағзаларын да ул үҙенең үҙенсәлекле сығышы менән таң ҡалдыра. Был конкурс уға яңы донъя - матурлыҡ донъяһын асып ҡына ҡалмай, үҙ-үҙенә ышанысын да арттыра. Ҙур еңеү менән ҡанатланып йөрөгән Ләйсәнде Мәскәү ҡалаһында донъя кимәлендә танылған модельерҙар В.Зайцев, Пьер Карден иҫтәлегенә бағышланған "World Russian Beauty" фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Унда ҡатнашыуын да ғаиләлә хупламайҙар. Шулай ҙа бар ҡыйыулығын йыйып, Ләйсән Мәскәүгә китә. Был конкурс уның өсөн ҙур һынау була. Европанан, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән 100-гә яҡын конкурсант менән көс һынашыу еңелдән булмай, бигерәк тә яңғыҙың булғанда. Ҡайһы бер ҡалаларҙан 6-7 конкурсант була. Улар үҙ-ара кәңәшләшеп, бер-береһенә ярҙамлашып сығыш яһайҙар, ә Ләйсән бер үҙе. Көтөлмәгән хәлдәр ҙә һағалап ҡына тора. Сәхнәгә сығыр ваҡыты еткәс кенә, номерогының юҡлығын абайлап ала. Ә номерһыҙ сығыш жюри тарафынан ҡабул ителмәй, уға метеор кеүек өҫтәге ҡаттан номерогын алып төшөргә тура килә. Милли кейемдәрҙә дефиле яһарға сәхнә артынан сығып килгәндә генә мехлы баш кейеме нимәгәлер эләгеп төшөп ҡала. Юғалып ҡалмайса, уны нисек үрелеп алғанын да иҫләмәй ул, шулай итеп милли кейемдә подиумдан лайыҡлы үтә. Ләйсән, батырҙарса, юлында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп, алға бара. Хатта башҡа конкурсанттар Ләйсәндең тапҡырлығына, ҡатмарлы хәлдән оҫта сыға алыуына һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың намыҫын, мәртәбәһен бер үҙе генә яҡлауына һоҡланыуҙарын белдерәләр. Түгелгән көс бушҡа китмәй: Ләйсән - Гран-при эйәһе!!!
Бына шундай мәртәбәле конкурстан һуң уға бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. “Ярай әле иптәшемә ҙур рәхмәт, балалар, донъя уның ҡарамағында ҡалды бит, ул ҡарап торҙо", - ти Ләйсән. Әйтергә кәрәк, Ләйсәндең ире Айҙар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. 5 йыл рәттән ул ҡыштарын Африка континентында Конго, Сенегал, Көньяҡ һәм Төньяҡ Судан, Либерия илдәрендә "Ютэйр" авиакомпанияһынан БМО-ла (Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы) эшләй.
Быныһы конкурстарҙың һуңғыһы булмаған икән әле. Уҙған йылдың ноябрендә Ләйсәнгә "Рәсәйҙең милли матурлығы" конкурсында ҡатнашырға насип була. Был юлы ата-әсәһе лә уның теләгенә ҡаршы килмәй, ире Айҙар ҙа Ләйсән менән Мәскәүгә бара. Кремлдең Боярский залында сығыш яһау аңлата алмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Был конкурста ул инде өйрәнсек түгел, ә үҙ-үҙенә ныҡ ышанған Ләйсән булып ҡатнаша. Ике көн барған конкурста өс төрлө образ әҙерләргә кәрәк була: спорт костюмы, коктейль күлдәге, киске матур күлдәк. Бында ла үҙеңде лайыҡлы күрһәтергә, подиумда матур йөрөргә, үҙенсәлекле сығыш яһарға кәрәк була. Чебоксар, Түбәнге Тагил, Красноярск, Энгельск, Калининград, Ҡазан, Звенигород һәм башҡа ҡалаларҙан килгән 50-нән артыҡ конкурсант араһында жюри иң лайыҡлыһы тип Ләйсәнде һайлай - конкурстың Гран-прийы Башҡортостан гүзәлендә. Еңеүсе тажында баҫып тороу - тулҡынландырғыс хистәр, ғорурлыҡ... Әйтергә кәрәк, һәр конкурста Ләйсән жюри ағзаларын үҙенең нәзәкәтлелеге, харизмаһы, үҙенсәлекле визиткаһы, матур бейеүҙәре, зауыҡлы костюмдары менән хайран ҡалдыра. Сираттағы ҙур еңеү менән ҡанатланып ул Өфөгә ҡайта. Ҡатын-ҡыҙҙың бит әле уның көндәлек мәшәҡәттәре лә байтаҡ. Балаларҙы ла тәрбиәләргә, иргә лә ярарға, йорт эштәре менән дә булырға кәрәк. Өлгөр Ләйсән был эштәрҙең барыһына ла етешә. Уның өҫтәүенә, төрлө сараларға ла йөрөй.
Ҡайһы берәүҙәрҙә: “Был конкурстарҙа ҡатнашыу уға ни бирә икән?” - тигән һорау тыуыуы мөмкин. Иң беренсе сиратта, үҙ-үҙеңде иҫбатларға, һәләтеңде асыҡлап, артабан үҫтерергә, үҙеңдең эске мөмкинлектәреңде ғәмәлгә ашырырға, үҙеңә нығыраҡ ышанырға, танылырға, үҙ-үҙеңде баһаларға мөмкинлек бирә. Үҙенең өлгөһөндә башҡа ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, тормошта үҙ урыныңды табырға, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешергә, донъяның матурлығын күрә белергә этәргес бирә. Тормоштағы бер миҙгел дә ҡабатланмай, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар икәнен аңларға ярҙам итә. Киләсәктә үкенмәҫ өсөн, ҡурҡмаҫҡа, үҙ-үҙеңде һынап ҡарарға, ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа, маҡсатҡа ынтылып йәшәргә кәрәклеген төшөндөрә.
Конкурстан һуң тағы бер һөйөнөслө ваҡиға була Ләйсән өсөн. "Miss мира - 2024" мода журналы фотоһы менән уның тураһында яҙып сыға. Шатлыҡ һәм ғорурлыҡ түгелме ни!
Ләйсән - күп яҡлы шәхес. Улар иптәше Айҙар менән пар килгәндәр, икеһе лә талантлылар, маҡсатҡа ынтылышлылар, алға ҡарап йәшәй беләләр. Ул заман менән бергә атлай. Бөгөнгө көндә "Access bar" методикаһы буйынса күптәрҙе уҡыта, уның уҡыусылары араһында Ғафури ҡыҙҙары ла байтаҡ. Ул аҙнаға өс тапҡыр спорт менән әүҙем шөғөлләнә, "High Heels" бейеү түңәрәгенә йөрөй, социаль селтәрҙәрҙә мотивациялы, ҡыҙыҡлы блог алып бара. Бына әле яңы ғына бер тәҡдим ала ул. Ләйсән бит әле күренекле яҡташыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың яҡын туғаны. Өфөләге Мәжит Ғафури фонды етәкселеге уға фондтың амбассадоры булырға тәҡдим итә. Районыбыҙҙың данлы улы, Башҡортостанбыҙҙың беренсе халыҡ шағирының исемен йөрөткән фонд ағзалары уға шундай ҙур ышаныс белдергән икән, ул был тәҡдимдән баш тарта алмай, риза була. Бөгөнгө көндә ул шунда әүҙем эш башлаған да инде. Әлбиттә, уларҙың ышанысын аҡлар, ул быға бик лайыҡ. Һис шикһеҙ, ҙур уңыштар артында күпме көс, йоҡоһоҙ төндәр, борсолоуҙар, костюмдар әҙерләү мәшәҡәттәре... Райондаштары хаҡлы рәүештә үҙенең Рәсәй гүзәле булған булдыҡлы ҡыҙы менән ғорурланырға те-йеш. Ә Ләйсәнгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балаларының һөйөнөстәрен, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеүен теләргә ҡала. "Планета гүзәле" тажын да кейергә насип булһын.
Яҙмамдың һуңында Мөхәрмәтовтарҙың тағы бер талантлы улдары тураһында иҫләп үтмәһәм, дөрөҫ булмаҫ. Ғаиләләге төпсөк бала Илдус, урта мәктәпте тамамлағас, Ҡазан консерваторияһына уҡырға китә, уны уңышлы тамамлай, өйләнә. Әлеге ваҡытта Ҡазанда төпләнеп, авитолог, "Terra Kazan" ойошмаһының бизнес оҫтаһы булып хеҙмәт итә. Бына шулай тәрбиәле, талантлы, бер-береһенә ихтирамлы ғаиләлә генә лайыҡлы балалар үҫәлер, моғайын.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
“Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты.