-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 10:15

Ил именлеге - ирҙәр иңендә

Ил именлеген һаҡлау элек-электән егет кеше өсөн тыуған төйәге, халҡы алдында изге бурысы тип һаналған. Ата-бабаларҙан ҡалған данлы традицияларға, халҡыбыҙға хас булған тыуған илде һөйөү хисенә тоғро ҡалып, әле лә егеттәребеҙ илебеҙ именлеге һағында тора. Бөгөнгө геройыбыҙ, махсус хәрби операция биләмәһенән ғаиләһе янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Артур Хәсәнов - шундай егеттәрҙең береһе. Үҙен осрашыуға саҡырғас, кире ҡаҡманы, кәләше менән бергәләп килеп, күптәнге таныштарҙай иркенләп төрлө темаға һөйләшеп тә алдыҡ.

Ил именлеге - ирҙәр иңендә
Ил именлеге - ирҙәр иңендә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән Артурҙың тамырҙары Байымбәт ауы-лынан. Стәрлетамаҡтағы Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла белем ала, артабан колледжда тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Әрмегә саҡырылғас, Һамар ҡалаһында, Белгород өлкәһендә хеҙмәт итә. Хеҙмәт иткән осорҙа хәрби тормош күңеленә ятып, 2013 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөшә. Һәм бына 11 йыл инде ул ил именлеге һағында. Был йылдар һуҙымында ул ысын ил һаҡсыһы, хеҙмәттәштәре, бигерәк тә йәш һалдаттар өсөн тоғро, намыҫлы иптәш, остаз була.
2022 йылдың февраленән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Штурмлаусы отрядта взвод командиры, лейтенант дәрәжәһендәге яугир донъяуи темаларға рәхәтләнеп, иркенләп аралашһа ла, махсус операция темаһына күскәс инде бик һаҡ һөйләште.
- Беҙҙең янда Башҡортостандан егеттәр юҡ, күпселек Мәскәү, Санкт-Петербург яғынан. Блиндажда йәшәйбеҙ тип кенә әйтеп булмай, әленән-әле урын алмаштырып, күсеп йөрөйбөҙ, - тиеү менән генә сикләнде ул ҡайһы йүнәлештә булыуҙары хаҡындағы һорауға. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһарманлығы, батырлығы өсөн Артур II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн”, РФ Оборона министрлығының “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Хәрби дуҫлыҡты нығытҡан өсөн” һәм “Ватанға хеҙмәт иткән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға 4-се тапҡыр ҡайтыуы икән уның.
– Ял ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Ғаиләмде ныҡ һағынам. Ике аҙна ике көндәй тиҙ үк үтә лә китә. Бына оҙаҡламай йәнә юлға сығырға. Шулай ҙа хәрби тормошто һайлап, махсус операцияға юлланыуыма һис тә үкенмәйем. Үҙ иңеңә илде һаҡлау бурысын алғанһың икән, уны үтәргә, нацизмды ояһында юҡ итергә кәрәк. Әгәр беҙ бармаһаҡ, улар беҙгә килеп етер ине. Беҙҙең балалар, атай-әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш бәләһен, ауырлығын, фажиғәһен яҡындан күрмәһен, белмәһен өсөн беҙ, атайҙар, ағайҙар, шунда йөрөйбөҙ, - ти яугир.
Үҙе бында булһа ла, уйы, күңеле менән тегендә, алғы һыҙыҡтағы яуҙаштары янында ул.
– Унда хәрби туғанлыҡ тойғоһо бик көслө. Эргәңдәгеләр бер туғаныңдай иң яҡын кешегә әйләнә. Бер-берең өсөн борсолаһың, яҡларға, һаҡларға тырышаһың, - ти ул.
Тик балаларының атаһынан һис кенә лә айырылғылары килмәй, һағынып көтөп алалар. Дошмандарҙы тар-мар итеп, оҙаҡламай Еңеү менән ҡайтасаҡмын, - тип яҡындарын тынысландыра ул. Юрағаның юш килеп, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлаштырып, бөгөн ил именлеген һаҡлаған ҡаһармандар, барығыҙ ҙа ғаиләләрегеҙ, балаларығыҙ янына иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: