-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 10:15

Ярҙам – йәнәшәлә

“Ғафури районы үҫешенә булышлыҡ итеү” хәйриә фондының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, МХО ветерандарына һәм инвалидтарына һәр яҡлап ярҙам саралары ҡаралған “Ярҙам йәнәшәлә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге” проектының республика башлығы гранты конкурсында еңеп сығыуы һөҙөмтәһендә асылған был үҙәк “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондының филиалы булып тора. Ярҙам үҙәген рәсми рәүештә асыу тантанаһында район хакимиәте, төрлө ойошмалар һәм учреждениелар вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, йәш Шайморатовсылар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре, ғаиләләре ҡатнашты.

Ярҙам – йәнәшәлә
Ярҙам – йәнәшәлә

- МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге яугирҙарҙың яҡындары өсөн ысын мәғәнәһендә үҙ-ара аралашыу, күңел бушатыу урыны булып, үҙенә саҡырып, ылыҡтырып торһон. Филиалдың тәжрибәле социаль координаторҙары ярҙамында һәр мәсьәлә һәм һорауҙар ваҡытында хәл ителер, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ, - тине район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Эльвира Сабирова сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән тәбрикләп.
- Конкурста еңеүебеҙ яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү һәм уларға ярҙам итеү мөмкинлеге бирә. Үҙәктең төп маҡсаты — ветерандарға һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған йәки яраларынан вафат булған яугирҙарҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү, социаль-көнкүреш, юридик һәм психологик йәһәттән ярҙам итеү, улар менән спорт һәм мәҙәни ял саралары үткәреү төп йүнәлеш булып тора, - тип проект етәксеһе Рәмзиә Хисаметдинова үҙәктең төп бурыстары менән таныштырып үтте. - Үҙәккә ярҙам, кәңәш һорап мобилизацияланғандар ғына түгел, үҙҙәре теләп һәм контракт килешеүе буйынса ил именлеге һағына баҫыусылар һәм уларҙың яҡындары ла мөрәжәт итә ала.
- Мөмкинлектән файҙаланып, үҙәкте булдырыу һәм асыуға тос өлөш индергән һәр кемгә, бүлмәләр биреп, уларҙы ремонтлауҙа ярҙам иткәне өсөн район хакимиәтенә, шулай уҡ партнёрҙарыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Уларҙың һәр береһе үҙ йүнәлеше буйынса ярҙам итә. Ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың яҡындары һәм ата-әсәләре, шулай уҡ МХО яугирҙары һәм ветерандары үҙәктә иғтибар менән солғап алынһын, тейешле ярҙам булырына ныҡлы ышанһын өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тине Рәмзиә Хисмәт ҡыҙы. Ул шулай уҡ Красноусолда ошондай Үҙәк булдырыуҙы беренселәрҙән булып МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугирҙар - Рәсәй Геройы А.Мигуновтың ҡатыны Любовь Мигунова менән Алмаз Шафиҡовтың әсәһе Гөлсинә Шафиҡова тәҡдим итеүен дә билдәләп үтте.
Ҡыҙыл таҫма киҫелеп, “Ярҙам йәнәшәлә” үҙәге рәсми рәүештә асылғас, филиалдың социаль координаторҙары Рәмзиә Юлмөхәмәтова менән Рәмзиә Хисаметдинова проект партнёрҙарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һуңынан ҡунаҡтар бүлмәләргә үтеп, үҙәктең эшмәкәрлеге менән танышты. Артабан аралашыу сәй табыны артында дауам итте.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Ярҙам – йәнәшәлә
Ярҙам – йәнәшәлә
Ярҙам – йәнәшәлә
Ярҙам – йәнәшәлә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: