+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
13 Ғинуар 2025, 08:55

Дауаланыу мөмкинлеге бар

Быйылдан демобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Социаль фонд ҡарамағындағы реабилитация үҙәктәрендә медицина реабилитацияһы һәм шифахана-курорт дауалауы буйынса хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә.

Социаль фонд һәр МХО-ла ҡатнашыусының дауалау барышында шәхсән үҙе контролдә тотасаҡ, тип күҙаллана. Реабилитациялау оҙайлығы - 25 көнгә тиклем, шифахана-курорт дауаланыуы 21 көнгә тиклем тәшкил итәсәк. Санатор-курорт дауаланыуын йылына бер тапҡыр үтергә мөмкин. Реабилитация үҙәктәренә ебәргәндә ветерандың һаулығы тураһында медик-социаль экспертиза мәғлүмәттәре иҫәпкә алына. Әгәр элек ул тикшереү үтмәһә һәм инвалидлығы булмаһа, реабилитация үҙәгендә диагностика яһала һәм үҙ аллы дауалау курсы тәғәйенләнәсәк.

Рәсәй Геройы исеме бирелгән йәки 1-се төркөм инвалиды булған ветерандар Социаль фондтың реабилитация үҙәктәренә сираттан тыш йүнәлтмә аласаҡ. Реабилитация үҙәктәрендә дауаланыу алыуға ғаризаны Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең бөтә клиенттар хеҙмәттәрендә һәм ошондай хеҙмәт күрһәткән Күп функциялы үҙәктәрҙә бирергә мөмкин. Февралдән шулай уҡ ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирергә була. Ғариза буйынса ҡарарҙы белгестәр 2 эш көнө дауамында ҡабул итергә һәм шунан һуң бер көн эсендә һөҙөмтәләрҙе ғариза биреүсегә хәбәр итергә тейеш.

МХО ветерандары өсөн реабилитациялау һәм шифаханаларҙа дауаланыу буйынса хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинселеген яйлыраҡ итеү өсөн реабилитация үҙәгенә һәм кире өйгә тиклем юл йөрөү сығымдарын компенсациялана. Бынан тыш, әгәр ветеранға инвалидлыҡ төркөмө билдәләнгән йәки оҙатыусыға мохтажлығы реабилитациялау өсөн медицина документтарында яҙылған булһа, ветеран үҙе менән оҙатып йөрөүсеһен дә ала ала.

Оҙатыусының юл йөрөүе һәм йәшәүе өсөн дә Социаль фонд түләй. Юлға сығымдарын ҡаплатыу өсөн ветеранға ғариза бирергә һәм юл йөрөүҙе раҫлаған документтарҙы тапшырырға кәрәк. Был транспорттың теләһә ниндәй төрө, шул иҫәптән поезд, самолет, һыу транспорты, автобус йәки шәхси автомобиль булыуы мөмкин.

 Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас