Шулай итеп ирҙе ышанысын яулағандан һуң, мутлашыусылар уға ҙур инвестиция һалырға тәҡдим итә. Зыян күреүсе фатирға тип йыйған миллион һумдан ашыу аҡсаһын һала. Бынан һуң уның шәхси кабинеты ябыла һәм енәйәтселәр страховка индерергә кәрәклеген әйтә. Ир ҡатынынан 800 мең һумдан ашыу аҡса һәм 180 мең һумға кредит ала, бөтә аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсерә.
Ялған менеджер «инвесторға» ваҡытында страховка түләргә өлгөрмәгәнен һәм уға яҡшы килемле ышаныслы кешене табырға кәрәклеген хәбәр итә. Зыян күреүсе ағаһын күрһәтә, унан 800 мең һум аҡса ала һәм енәйәтселәргә күсерә. Уға тағы бер ышаныслы кешене табырға кәрәклеге тураһында хәбәр иткәс кенә, ир мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлап ҡала һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр итәләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сығанаҡ - В Башкирии слесарь хотел разбогатеть, но лишился 3 млн рублей и влез в долги
Фото - Ксения Калинина.