Тамашасылар, көйәрмәндәрҙең көслө алҡыштары аҫтында залға сағыу, матур кейемдәрҙәге Ҡарһылыуҙар сығып, һәр береһе үҙе менән таныштырып үтте. Улар – 4 бала әсәһе, Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп уҡытыусыһы Динара Әбсәләмова, ике бала әсәһе, “ШЭ Фомин Н.Т.” предприятиеһының һатыусы-кассиры Ольга Базанова, “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыкаль хеҙмәткәре Татьяна Баранова, инвалидтарға ярҙам фонды вәкиле Алина Кәримова һәм район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Ләйсән Кинйәбаева. Супер әсәй исемен яулау өсөн уларҙың һәр береһенә үҙҙәренең булмышын, ижади һәләтен, ғаиләһенә, балаларына, эшенә һөйөүен асып бирергә кәрәк ине. Һәр сығышты “Форсат” йәштәр үҙәге директоры Рәшиҙә Килмөхәмәтова, шулай уҡ сараның бағыусылары һәм ҡунаҡтары: шәхси эшҡыуар Гөлфиә Миндиярова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары Гүзәл Килдебаева булған талапсан жюри баһаланы.
Әйтергә кәрәк, супер әсәй титулы өсөн бәйге бик тә ҡыҙыу һәм күңелле барҙы. Алып барыусы Оксана Казанцева ниндәй генә һынауҙар, кинәйәле һорауҙар уйлап тапмаған улар өсөн. Конкурстың беренсе этабында әсәйҙәр тамашасыларҙы, шулай уҡ жюри ағзаларын үҙҙәренең ғаиләһе, эше, яратҡан шөғөлдәре менән таныштырырға тейеш ине. Беренсе булып һүҙ алған Динара “сәхнәгә” өс улы менән сыҡты. Балалар ижады үҙәгендәге төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән һәм ярыштарҙа ҡатнашып миҙалдар, кубоктар яулаған малайҙар хатта гитарала ла уйнап күрһәтте. Бәләкәй ҡыҙы менән декрет ялында булған Динара улдарының был бәйгегә “мотлаҡ еңергә!” тигән маҡсат менән килеүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ольга ла бәйгегә ҡыҙы – Ҡар бөртөгө һәм улы – Ҡар бабайы менән килгән. Ул үҙенең ғаиләһе, эше менән шиғри юлдар аша таныштырҙы. Ә инде алып барыусының “Ни өсөн тап мин еңеүсе булырға тейеш?” тигән һорауына балалар “күп итеп бүләктәр яуларға” тинеләр, тип яуапланы.
- Беҙҙең ғаилә бик ишле: тормош иптәшем һәм ике ҡыҙымдан тыш биш бесәйебеҙ, ике этебеҙ, ә һарайҙа тауыҡтарыбыҙ бар, - тип үҙҙәре менән таныштырҙы Татьяна. – Йылдың-йылы ғаиләбеҙ бер бесәйгә арта. Беҙ уларҙы бик яратабыҙ. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнәбеҙ, әленән-әле тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, еләк-бәшмәк йыябыҙ.
Татьяна үҙенең сығышын видеоролик менән “нығытып” барҙы. Ул шулай уҡ йомшаҡ уйынсыҡтар тегергә лә ярата икән. Әйткәндәй, сараға ла үҙе теккән Йылан-Ҡарһылыу кейемендә килгәйне.
Алина иһә ҡыҙы Арина менән “Өмөт нуры” фонды тарафынан үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнашыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Фондта тегенсе Әлиә Шәйәхмәтованың балалар өсөн милли кейемдәр менән бер рәттән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу өсөн дә кейемдәр тегеүен әйтеп, үҙе конкурсҡа кейеп килгән Ҡыш бабай костюмын оҫта ғына итеп рекламалап та ҡуйҙы.
Һөймәлекле һәм нәзәкәтле Ләйсән сарала бәләкәй бүре – улы Тимур менән ҡатнашты. Тимур Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия- интернатының 1-се класында уҡыһа, ҡыҙы 1-се урта мәктәптең 8-се класында белем ала икән.
- Беҙ тотош ғаиләбеҙ менән саңғыла йөрөргә яратабыҙ, шулай уҡ сноуборд менән шөғөлләнәбеҙ, санала шыуабыҙ.Спорт менән шөғөлләнегеҙ, күберәк саф һауала йөрөгөҙ, һаулығығыҙ ныҡ булыр, - тип ҡунаҡтарға кәңәш тә биреп ҡуйҙы Ләйсән.
Артабан конкурсанттар “Ҡыш бабайға бүләк” әҙерләнеләр, бер һөйләмдән йырҙы “танып”, йырлап күрһәттеләр, Яңы йыл тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, уны рэп стилендә башҡарҙылар, конкурсҡа бешереп-әҙерләп килтергән аш-һыуҙарын рекламаланылар, бейеп тә алдылар. Әйтергә кәрәк, конкурс бик йәнле, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Алып барыусы Оксана Казанцева Ҡарһылыуҙар өсөн яңынан-яңы һынауҙар, балаларҙы, көйәрмәндәрҙе лә ылыҡтырырҙай ҡыҙыҡлы уйындар табып ҡына торҙо. Һәм бына конкурсҡа йомғаҡ яһар мәл дә етте. Жюри рәйесе Рәшиҙә Килмөхәмәтова сараның бик тә күңелле үтеүен, конкурсанттарҙың һәр береһенең Ҡарһылыу - супер әсәй титулына лайыҡлы булып, улар араһынан кемделер айырып алыуҙың бик ауыр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай ҙа тамашасылар һәм көйәрмәндәрҙең көслө алҡышы аҫтында Татьяна Баранова “Ҡарһылыу - супер әсәй” тип табылды. Еңеүсегә конкурс дипломы һәм 3 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы был көндө, Ҡарһылыуҙарҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа билдәләнеп, махсус диплом һәм бағыусылар - “Сифат тирмәне” ЯСЙ-е директоры Николай Фомин һәм уның ғаиләһе, эшҡыуарҙар Екатерина Пастухова, Олег Блохин, Данияр Мөхәмәтйәнов һәм Миндияровтар ғаиләһе әҙерләгән “Супер әсәй” логотибы менән футболка һәм 1 мең һумлыҡ сертификаттар, дипломдар менән бүләкләнде. Күңелле һәм мауыҡтырғыс сара Ҡарһылыуҙар һәм балаларҙа ғына түгел, тамашасыларҙа ла матур хәтирәләр ҡалдырып, байрам тәьҫораттары бүләк итте.
Мәрхәбә Мәмәтҡолова.