Уға БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының миграция сәйәсәтен координациялау бүлеге начальнигы Марат Камил улы Йыһаншин, шулай уҡ "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе - Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры урынбаҫары - персонал буйынса директор Николай Александрович Лютов саҡырылды. Сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова алып барҙы.
Гүзәл Байдәүләтова “Башҡорт вахтаһы” проекты тураһында мәғлүмәт биреп үтте.
- “Башҡорт вахтаһы” проектының ыңғай яҡтарын билдәләп, шуны әйтергә кәрәк: тәү сиратта, беренсенән, эш хаҡы тотороҡло юғары, йәшәүгә сығымдар кәмей, икенсенән, һөнәре булмағандар эшсе һөнәрҙәре белгестәренә уҡытылып, предприятиеға эшкә йүнәлтелә һәм ике минималь эш хаҡы күләмендә стипендия түләнә. Хеҙмәткәрҙәргә дөйөм ятаҡтан койка-урын бирелә, вахта менән эшләүселәр, теләге булған осраҡта, ял көндәрендә ғаиләләре янына ҡайтып килә, уҡыуҙан тыш түләүле эштә ҡала ала.
Сарала 100-ҙән ашыу кеше: вахта менән эшләүселәр, уларҙың ғаиләләре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәптәрҙең сығарылыш уҡыусылары, колледж студенттары һәм Башҡортостанда эш табырға теләгән эшһеҙҙәр ҡатнашты. Сараның маҡсаты - Ғафури районы халҡын Башҡортостанда эшләргә ҡалыуға ҡыҙыҡһындырыу. Николай Александрович "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе - Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы" Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (илдә иң ҙур авиация двигателдәре етештереүсе оборона предприятиеһы һанала) граждандарға яҡшы эш хаҡы менән теләгән вазифаны табыу еңелерәк булһын өсөн бөтә шарттар булдырыуы, социаль ярҙам саралары, хеҙмәт шарттары һәм башҡалар тураһында ентекле һөйләп, аңлатмалар, һорауҙарға яуап бирҙе. Сара тамамланғас, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙары булғандар шәхсән мөрәжәғәт итте.
УМПО:
*хеҙмәт кенәгәһе менән рәсми эшкә ҡабул итә
*“аҡ” эш хаҡы: аванс һәм расчёт. 4-се разряд менән 90 000 һумдан алып, 5-се – 110 мең һумдан, 6-сы разряд менән 125 мең һумдан алып
*эш сәғәтенән тыш артыҡ+ял көндәрендә эш өсөн – икеләтә түләү
*планды үтәгәндә ай һайын премия
*түләүле отпуск һәм больничныйҙар
*льготалы туҡланыу, махсус кейем
*ситтән килеүселәргә – дөйөм ятаҡтан урын торлаҡты арендалаусылар өсөн айына 15 000 һум күләмендә компенсация
*ипотеканы ҡаплауға субсидия йәки ипотеканың тәүге иғәнәһенә – 400 000 һум аҡса
*Өфөлә вахта транспорты+Шаҡша, Благовещенск, Иглино
*дәүләт Оборона заказын үтәү сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан кисектереү
Һөнәрең йәки тәжрибәң юҡмы? УМПО базаһындағы производство-уҡытыу үҙәгендә бушлай 10 ай уҡытабыҙ. Ай һайын 38 мең һум стипендия.
Һөнәрҙәр: токарь, фрезеровщик, шлифовщик, сверловщик, программа менән идара ителгән станок операторы, механик-йыйыу эштәре слесары, программалы идара итеү станоктарын һәм манипуляторҙарҙы көйләүсе, станок һәм слесарь эштәре контролёры
Эшкә урынлашырға теләүселәргә: umporabota.ru заявка ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 239-56-95, 8-919-600-28-14.