- Ғафури халҡы оло йөрәкле, ярҙамсыл һәм ихластар. Улар ауыр саҡта бер-береһенә ярҙам итергә, яҡташтары, үҙ төйәге өсөн изгелектәр ҡылырға һәр саҡ әҙерҙәр. Рәмзиә Насирова етәкселегендәге “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге сағыу миҫал булып тора. Штаб ағзалары алһыҙ-ялһыҙ алғы һыҙыҡтаҙы яҡташтарҙан килгән заявкалар буйынса гуманитар ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә, йөктәрҙе туплап, яҡташ яугирҙарыбыҙға посылкалар әҙерләп, уларҙы тейәп оҙата. Оборона министрлығының “МХО-ға ярҙам иткән өсөн” миҙалын уларға шатланып һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән тапшырҙым, тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов үҙенең Бәйләнештәге сәхифәһендә.
Ысынлап та, районыбыҙҙың ирекмәндәр штабы ағзалары Светлана Таһирова, Жанна Хизбуллина, Марина Виноградова , Илфат Закиров бындай наградаға күптән лайыҡ. Хәрби хәрәкәттәр ветераны Илфат Закиров тупланған посылканы үҙ ҡулдары менән яугиҙарға тапшырыу өсөн даими рәүештә махсус операция биләмәһенә юллана. Район ирекмәндәр штабы ағзаларын лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ.
Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа, илебеҙҙең именлеге, тыныслығы өсөн , халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн аяуһыҙ көрәш барған мәлдә МХО яугирҙарына ярҙам итеү беҙҙең һәр беребеҙҙең мөҡәддәс бурысы булып тора һәм беҙ барыбыҙ бер төптән булып, берҙәмлектә эшләргә тейешбеҙ һәм шулай эшләйбеҙ,- ти “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ирекмәндән штабы ағзалары.
М.Мәмәтҡолова.