+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2025, 04:10

Изге маҡсат билдәләнеләр

Республикала "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы" һуңғы йылдарҙағы иң отошло проекттарҙың береһе булып тора.

Изге маҡсат билдәләнеләрИзге маҡсат билдәләнеләр
Изге маҡсат билдәләнеләр

Был программа тәү сиратта халыҡтың теләге һәм уның ҡатнашлығында иң киҫкен проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Һуңғы ике йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың программаның респуб-лика бюджетынан бүленгән суммаһын арттырыуы биләмәләргә ҙурыраҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе. Бурлы ауыл биләмәһе йылдың-йылы был программала әүҙем ҡатнаша. Был йылдар арауығында халыҡ та был проекттың йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы булыуына ныҡлы төшөндө. Шуға ла йылдың-йылы ниндәй проблеманы беренсе сиратта хәл итергә кәрәклеген үҙҙәре хәл итеп, инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Һөҙөмтәлә биләмәлә программа сиктәрендә 2017 йылда Бурлы ауыл мәҙәниәт йортона, киләһе йылына янғын һүндереү депоһына капиталь ремонт эшләнде, шулай уҡ трактор (2021) һәм янғын һүндереү машинаһы (2023) алынды. Быларҙан тыш, 2022 йылда - Ҡормантау, 2024 йылда Байымбәт ауылдары зыяраттарын кәртәләү өсөн материалдар һатып алдылар. 2017 йылдан был программа сиктәрендә 6 проект тормошҡа ашырылған.
Ағымдағы йылда ла Бурлы ауыл биләмәһе халҡы программала ҡатнашып, Ерек ауылы зыяратын төҙөкләндереп, уның тирә-яғын кәртәләп алырға ҡарар итте. Дөйөм йыйылышта халыҡ был башланғысты дәррәү хуплап, инициатив төркөм төҙөнө. Уларға изге маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләргә генә ҡала.

Ильмира СУФИЯНОВА,
Бурлы ауыл хакимиәтенең
эштәргә идара итеүсеһе.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас