100 йыл ғүмере эсендә ул күпте күргән, күпте кисергән, уның тормош юлы – үҙе бер тарих. Уның ғүмере – бөгөнгө һәм киләсәк быуын өсөн матур өлгө булып тора! Ихлас ҡотлайбыҙ!
Мин тормошто яраттым
Туғандарҙың, дуҫтарҙың да
Теләктәре ҡабул булды:
Ун етенсе ғинуар көндө
Минең бер йөҙ йәшем тулды.
Йәшәүе ауыр булһа ла,
Мин тормошто яраттым.
Юмореска, мәҡәләләр,
Шиғыр яҙып маташтым.
100-гә етеү еңел түгел,
Ауырлыҡтар күп күрҙем.
Ҡайғыларға шатлыҡ ҡушып,
Икеһен бергә үрҙем.
Йәштәрем 100-гә етһә лә,
Дәрт бар ҙа бит, дарман юҡ.
Улым-киленем ҡарайҙар,
Өҫтөм бөтөн, тамаҡ туҡ.
Рәхмәт әйтәм Хоҙайыма -
Миңә оҙон ғүмер биргән.
Ауырыуҙар ҙа йәлләмәгән,
Сыныҡҡан ҡарт, түҙер тигән.
Әтәй-инәй, Камила, Рәмил -
Тиҙҙән һеҙҙең янға барам.
Унан кире ҡайтармайҙар,
Һеҙҙең эргәгеҙҙә ҡалам.
Йәштәрем оҙон булһа ла,
Ҡыҫҡа шул минең буйым.
Бик буталсыҡ был донъяны
Буйлап бөтмәне уйым.
Иҙрис ВӘЛИШИН.
Яңғыҙҡайын ауылы.