+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2025, 05:00

Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...

Яңы йыл көслө ел-бурандар менән башланды. Иҫке йылды оҙатып, яңы йылдың тәүге иртәһенә аяҡ баҫыуға бөтә тирә-яҡ ҡар аҫтында ҡалғайны. Күптәр, донъя аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа күмелде, тип һөйөнһә, юлдарҙың торошо өсөн яуаплы булған юл хужалығы эшселәре, тынғыһыҙ осор башланды инде, тип таң һарыһынан көрт йырып эшкә юлланды.

Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...
Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...

Эйе, ҡарлы-буранлы көндәр юл хужалығы эшселәренә ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра. Район буйынса төп трассаны, йәғни автомобиль юлдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн “Башкиравтодор” ЯСЙ-енең Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Ғафури участкаһы яуаплы булһа, Красноусол ауылындағы урам юлдарын тәртиптә тотоу “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы һәм Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте яуаплылығында, ауыл эсендәге юлдар урындағы хакимиәт ҡарамағында.
Бөгөн тотош район, шулай уҡ иң ҙур биләмә булған Красноусолда һәм башҡа ауыл биләмәләрендә был тәңгәлдә эштәр нисегерәк бара, бар тарафта ла юлдар асыҡмы? Районыбыҙ биләмәһе буйлап үҙ ҡарамаҡтарында булған 543 км оҙонлоғондағы (шуның 299 километры муниципаль-ара, 244-е урындағы әһәмиәттәге) юлдарҙың торошо хаҡында Ғафури юл участкаһы етәксеһе Зөфәр Хафизовтан был һорауға ошондай яуап алдыҡ:
- Беҙҙең коллективҡа, билдәле булыуынса, районыбыҙҙағы 543 км оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы һалынған. Шулай уҡ беҙҙең ҡарамаҡта 2 мең саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы 38 күпер, юл арҡыры һалынған торбалар һәм башҡа ҡоролмалар бар. Бөтә ошо хужалыҡты тейешле тәртиптә тотоуға 20 берәмек техника йәлеп ителә.
Ҡарлы-буранлы Яңы йыл каникулдары ваҡытында юл хужалығы эшселәре көндө-төнгә ялғап, тулы көсөнә эшләне. Көн һайын 10-18 берәмек ҡар таҙартыу техникаһын төрлө йүнәлештәге юлға сығарҙыҡ. Ошо арауыҡта ғына 17 мең литр яғыулыҡ тотонолдо. Ике-өс йүнәлештәге, ваҡытлыса ябылған араны иҫәпкә алмағанда, юл өҙөклөктәре булманы тиерлек.
Уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, беҙҙең техника барып еткәнсе үҙ тракторҙары менән юлдарҙы асыуға ярҙам иткән ауыл биләмәләре башлыҡтарына рәхмәт әйтке килә. Артабан да шулай берҙәмлектә эшләгәндә район биләмәһендәге юлдар һәр ваҡыт асыҡ булыр.
Красноусол ауылындағы урам юлдарын тәртиптә тотоу иһә “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы һәм Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте яуаплылығында. Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Валерий Мөхәмәтйәров юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу торошо хаҡында:
- Ҡарлы-буранлы көндәр коммуналь хужалыҡ, юл хужалығы һәм ауыл советы эшселәре өсөн етди һынау осоро булып тора. Бындай көндәрҙә булған бөтә техника юлдар һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыуға йәлеп ителә.Үҙәк юлдарҙы ҡар-көрттән таҙартыу “Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы иңендә булһа, ауыл биләмәһе ҡарамағында булған 4 “МТЗ-82”-гә лә эш етерлек. Тракторҙарҙың береһе тротуарҙарҙы, икенсеһе район хакимиәте алдындағы үҙәк майҙанды һәм паркты ҡарҙан таҙарта. Өсөнсө трактор тағылма арба менән контейнер майҙансыҡтарында йыйылған эре сүп-сарҙы сығарыу менән мәшғүл. Дүртенсе трактор инде "Инцидент" программаһы буйынса эшләй. Бушыраҡ саҡта ул сүп-сар контейнерҙары майҙансыҡтарын, күп фатирлы йорттар биләмәһен таҙартыуға йәлеп ителә. Ҡар уғата мул яуған мәлдә бөтә техника тулы ҡеүәтенә һәм көноҙоно эшләй.
Көслө буран мәлдәрендә, әлбиттә, техника бөтә урамдарға, биҫтәләргә лә бер юлы өлгөрә алмай, тракторҙар бер урамды таҙартып, икенсеһенә күсеүгә юлдар йәнә көрт менән ҡаплана. Шуны халыҡ та аңлап ҡабул итһен ине.
Эреле-ваҡлы, шулай уҡ тырым-тырағай ултырған 10 ауылды үҙ эсенә алған Имәндәш ауыл биләмәһендәге хәл-торош тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхнәф Ноғайғолов түбәндәгеләрҙе хәбәр итте.
- Биләмәлә ике трактор һәм бер грейдер бар. Буран ваҡыттарында тракторсылар Фаил Сәйфуллин менән Фәнүр Собханғолов таңғы 6-7-нән эш башлап, беренсе сиратта уҡыусы балаларҙы ташыусы мәктәп автобусы йөрөгән юлдарҙы аса. Һәр ауылды урап сыҡҡандан һуң хатта Ҡауарҙы-Иҫке Тайыш араһындағы юлды таҙартырға ла өлгөрәләр. Ә инде тракторҙар өлгөрә алмаған көслө буран ваҡыттарында ла грейдерҙы эшкә ҡушабыҙ. Район хакимиәте ярҙамы һөҙөмтәһендә яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ кисермәйбеҙ.
...Бер-ике көнгә генә тынып торғандан һуң тышта йәнә буран ҡотора. Йырҙа йырланғанса, тышта буран булһа-булһын, өйҙә буран булмаһын, илебеҙҙә тиҙерәк именлек урынлашһын. Көн яманы китә, онотола, күңелдәрҙә яманлыҡ булмаһын, - тип теләргә генә ҡала. Ә юл хужалығы эшселәре юлдарҙы ҡарар, таҙартыр...
Мәрхәбә Мәмәтҡолова.

Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...
Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...
Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...
Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...
Юлдарҙа буран икән дә, ҡарҙарын һалған микән...
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас