+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
19 Ғинуар 2025, 05:05

Ике һалдат әсәһе

Районыбыҙҙың иң гүзәл мөйөштәренең береһе булған Толпар ауылында ун балалы Сөнәғәт менән Мәрүә Кинйәбаевтар ғаиләһендә 1959 йылдың ноябрендә бер ҡыҙ бала тыуа. Уға яратып Гөлбикә тип исем ҡушалар. Бала сағында әле Толпарҙа ут та, йүнле юлдар ҙа булмай. Ул осор балалары тауҙарҙан сана-саңғы шыуып, күп юлдарҙан йәйәүләп йөрөп, бесәнен дә сабып, урманында ла эшләп үҫә. Ауылдарындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ Белорет районының Егәҙе урта мәктәбенә уҡырға китә. Уны тамамлағас, 1977 йылда Өфөгә юллана. Гөлбикә УМПО-ның ашханаһына һауыт-һаба йыуыусы булып урынлаша, һуңынан уҡып, ашнаҡсы булып эшләй.

Ике һалдат әсәһеИке һалдат әсәһе
Ике һалдат әсәһе

Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдар башында ул районға ҡайта, Райпотребсоюз уны Талбазыға һатыусылыҡҡа уҡырға ебәрә. Һатыусы таныҡлығы алған ҡыҙҙы Игенйылғаға эшкә ебәрәләр. Ул унда буласаҡ тормош иптәше Фәритте осрата. Фәрит “Победа” колхозында шофёр булып эшләй, ә Гөлбикә - кибеттә һатыусы. Күп тә үтмәй, ғаилә ҡоралар, икеһе лә тырышып донъя көтәләр, йорт төҙөп керәләр. Гөлбикә фермаға эшкә күсә. Оҙаҡ йылдар маҡтаулы һауынсы булып эшләй, һуңынан ферма мөдире итеп тә ҡуялар. Ул бер ниндәй эштән дә ҡурҡып тормай: ир-аттар менән типә-тиң бесәнен дә саба, кәбәнен дә ҡоя, сөнки бесән ваҡытында шофёрҙарҙың күбеһе колхоз эшендә була.
Ишморатовтар ғаиләһендә бер-бер артлы өс бала тыуа: ике малай, бер ҡыҙ. Уларға ла бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫергә тура килә. Боронғолар: “Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн”, - тип белеп әйткәндәр. Йәштән эш менән тәрбиәләнгән балалар тормошта юғалып ҡалмайҙар. Артур, Алена, Алмаз - өсөһө лә Игенйылға урта мәктәбен тамамлайҙар. Һәр береһе үҙе теләгән һөнәрҙе үҙләштереп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәп яталар. Алёна ҡыҙы Талбазыла тормош иптәше Ринат менән дүрт бала үҫтерәләр. Ә улдары - хәрби һөнәр эйәләре, икеһе лә ғаиләләре менән Рязань ҡалаһында йәшәйҙәр. Артурҙың ғаиләһендә - өс, Алмаздың ғаиләһендә ике бала үҫә. Йәйҙәрен ейәндәр ауылға ҡайта.
Хәрби хеҙмәт ул башҡа һөнәрҙәрҙән айырылып тора. Улар приказдан приказға тик-лем йәшәйҙәр, төн уртаһында ла сығып китергә мөмкиндәр. Ил ҡайҙа ҡуша - улар шунда. Шуның өсөн улы Артур - гвардия прапорщигы, рота старшинаһы Сүриәләге хәрби операцияла ла ҡатнаша, “Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ә махсус хәрби операция башланғас, икеһе лә шунда юлланалар. Алмаз бөгөн дә ут эсендә. “Золотой” позывнойлы яугир Луганск өлкәһендә үҙенең хәрби бурысын лайыҡлы үтәй. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул “Батырлыҡ” һәм башҡа миҙалдар, әле яңыраҡ Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.
Улдарының бик яуаплы, хәүефле урындарҙа йөрөгәнен Гөлбикә бик яҡшы аңлай, ул үҙендә төшөнкөлөккә бирелмәҫкә көс, башҡаларҙы ла тынысландырырға һүҙҙәрен таба. Улдары үҙҙәренең хәрби хеҙмәте тураһында бик һөйләргә яратмай, әсәләренең улар өсөн борсолоп йәшәүен бик яҡшы аңлайҙар. Яйы сыҡҡанда әсәләре янына ҡайтып йөрөйҙәр. Әлбиттә, ике балаңдың шундай ауыр хеҙмәттә булыуы, һуғыш эсендә йөрөүе әсә күңелен борсомай ҡалмай. Яңғыҙ әсәгә, әлбиттә, бик еңелдән түгел, сөнки бер нисә йыл элек тормош иптәше ҡаты сирҙән вафат булды. Ул оҙаҡ йылдар ауылдың старостаһы ла булып торҙо. Гөлбикә бөгөнгө көндә тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, “Красноусол” шифаханаһында эшләп йөрөй. Ауылда, районда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, “Әхирәттәр” клубының әүҙем ағзаһы. Матур йырҙары менән ауылдаштарын шатландыра. Өҫтәүенә уңған хужабикә лә әле ул. Өҫтәлендә һәр ваҡыт ҡоймаҡ, бауырһаҡ, ҡыҫтыбый кеүек ҡамыр ризыҡтары була. Балаларына ғына түгел, туғандарына ла оло терәк ул. Ике һалдат әсәһенә иҫәнлек-һаулыҡ, улдарынан тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә алып тороуын теләргә генә ҡала.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Н.Фәрхшатов исемендәге
премия лауреаты.
Игенйылға ауылы.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас