Илдус Әхмәтгәрәй улы 2022 йылда, өлөшләтә мобилизацияға тик-лем үк, сентябрҙең башынан үҙ теләге менән ил һаҡсылары сафына баҫты. Ай самаһы әҙерлек үткәндән һуң Луганск республикаһында уға, өҫтән артиллерия снарядтары яуып торған шарттарҙа, окоп ҡаҙыу техникаһында эшләргә тура килә. Шул барғандағы беренсе контракты 4 айға төҙөлгән булһа, икенсеһе буйынса 2023 йылда 8 ай МХО–ла ҡатнаша.
Үҫмер егет сағынан Афғанстанда ҡатнашыусы егеттәргә ихтирам менән дә, ниндәйҙер көнләшеү менән дә ҡараған Илдус ил сигендә көн-төн барған алыштар тураһында телевизорҙан тыныс ҡына ҡарай алмай, үҙенә йорт-ҡура тирәһендә урын тапмай. Ғаиләләге яҡындарына ла, туғандарына ла өндәшеп тормай, өсөнсөгә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2024 йылдың апрель аҙағында тағы яугирҙар сафына баҫа. Күпмелер тәжрибәһе булған яугир көрәштең был юлы тағы ла ҡатыраҡ булыуын тоя, алыш шарттары үҙгәреүен самалай. Май аҙағында аяғы яралана, мина ярсығы әле лә ботонда йөрөгән кеүек, бер аҫҡа, бер өҫкә күсеп йөрөй, ҡай ваҡыт һыҙлай ҙа. Госпиталдә аҙналай ята ла, тағы яу яланына керә. Икенсе тапҡыр яраланыуы августа була. Бер туҡтауһыҙ күҙәтеп торған дрон Илдустың эргәһендәге иптәшенең хәрәкәтен һиҙеп ҡала һәм минаһын ташлай. Шуны Илдус һиҙеп ҡала һәм ситкә һикерә, ләкин тәненең төрлө өлөштәренә яра ала, ә уң ҡулының усынан мина ярсығы үтәнән-үтә сыҡҡан була.
Оҙаҡҡа һуҙылған реабилитация аҙағында, 24 декабрҙә, Илдус туғаныма Башвоенкоматтан килеп “Участнику СВО” миҙалы тапшырһалар, 25-дә инде “Батырлыҡ өсөн” миҙалын тапшыралар. “Батырлыҡ өсөн” миҙалының башҡа миҙалдарҙан айырмаһы шунда: ул яу яланында күрһәткән шәхси батырлыҡ өсөн бирелә. Командование тарафынан ҡушылған заданиеларҙы теүәл башҡарып сығыу өсөн дә ҡыйыулыҡ, ныҡышмалылыҡ талап ителә хәҙерге алыш шарттарында. Яралары бер ни тиклем уңалған Илдус туғаным тағы юлға йыйына. Беҙ, уның ғаилә ағзалары, туғандары, уның имен-аман көрәшеп, иҫән генә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Лилиә Миниязова,
яугирҙың апаһы.