+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Ғинуар 2025, 04:38

Йәнә бер проект еңеүгә өлгәште

Райондың “Мәҙәни ынтылыш” мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижадты үҫтереү  фонды  быйыл да “ Шайморатовсылар – Рәсәйҙең буласаҡ һаҡсылары” проекты менән Президент фонды грантына беренсе конкурста  еңеүгә өлгәште.

Йәнә бер проект еңеүгә өлгәштеЙәнә бер проект еңеүгә өлгәште
Йәнә бер проект еңеүгә өлгәште

 Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған проект (етәксеһе –“ Ватанды яҡлаусылар” фондының район филиалы координаторы Рәмзиә Хасаметдинова) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы  һәм уның легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал  Миңлеғәли Шайморатовтың  тарихын өйрәнеү һәм уны һаҡлауға йүнәлтелгән.  Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек, Ватанға, уның тарихына, хәрби традицияларына  һөйөү һәм ихтирам  тәрбиәләү проекттың төп маҡсаты булып тора.

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының  7 а “Шайморатовсылар” класы уҡыусылары өсөн  парад һәм ялан күнекмәләре өсөн формалар алынған да инде. Артабан проект сиктәрендә “Шайморатовсылар” бүлмәһе булдырыласаҡ. Шулай уҡ райондың барса мәктәптәре  ҡатнашлығында  хәрби-тарихи йырҙар, хәрби-спорт уйындары, батырлыҡ дәрестәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар менән төрлө осрашыуҙар  ойоштороу ҡаралған.

Проект командаһын  конкурста еңеүҙәре менән ҡотлап, уны тормошҡа ашырыуҙа уңыштар  теләргә генә ҡала.

М.Мәмәтҡолова.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас